Башҡортостанда медицина учреждениеларының баш табиптары граждандарҙы ҡабул итә25.02.2025

Башҡортостанда медицина учреждениеларының баш табиптары граждандарҙы ҡабул итә

Башҡортостанда медицина учреждениеларының баш табиптары граждандарҙы ҡабул итә. Асыҡ ишектәр көнө бөгөн, 25 февралдә, үткәрелә. Һәр кемдең һаулыҡҡа һәм медицина тәьминәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Шаршамбы граждандарҙы медицина бүлеге буйынса урынбаҫарҙар ҡабул итә. Ә кесе йома пациенттарҙың һорауҙарына поликлиника мөдирҙәре яуап бирә. Йома көндө бүлек мөдирҙәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Тулыраҡ мәғлүмәтте медицина ойошмаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә табырға була.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһының нисек үҫешеүе хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-02-25/v-bashkirii-glavnye-vrachi-meduchrezhdeniy-provedut-priem-grazhdan-4135288



Вернуться назад