Өфө гастроэнтерологы панкреатиттың төп сәбәптәрен атаны20.02.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфө гастроэнтерологы панкреатиттың төп сәбәптәрен атаны

Кискеһен артыҡ күп ашау һәм көн режимының булмауы ашҡаҙан аҫты биҙенең шешеүенә килтереүе ихтимал, тип белдерҙе Өфө табибы Ирина Колосова «Электрогазета» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.


Белгес әйтеүенсә, кис көнө ризыҡты эшкәртеү өсөн ферменттар бүлеп сығарыуға яуаплы булған ашҡаҙан аҫты биҙе эшләмәй тиерлек. Шуға күрә даими рәүештә йоҡларға ятыр алдынан ашаһаҡ, органға көс төшә һәм ул ашҡаҙан аҫты биҙе һутын кәрәкле күләмдә етештереп өлгөрмәй. Шуға күрә кискелеккә еңелсә ризыҡ, мәҫәлән, быҡтырылған йәшелсә һайларға, ә углевод, май һәм аҡһымдарҙы иртәнге һәм төшкө ашҡа ҡалдырырға кәрәк.


Шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙе һәйбәт эшләһен өсөн йоҡо туйырға тейеш. Ирина Колосова киске сәғәт 11-ҙән дә һуңға ҡалмайынса йоҡларға ятырға кәңәш бирә.


Көсөргәнеп эшләргә мәжбүр булған ашҡаҙан аҫты биҙе ауырта башлай. Һул яҡ ҡабырға аҫтында ауыртыу барлыҡҡа килә, үт ҡоҫоу, эс китеү күҙәтелә. Киҫкен панкреатитты дарыуҙар менән генә баҫырға мөмкин. Уны дауаламағанда, хроник сиргә әүерелә.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-02-20/gastroenterolog-iz-ufy-nazvala-glavnye-prichiny-pankreatita-4129750



Вернуться назад