Республика Башлығы уникаль операциялар өсөн табиптарҙы бүләкләргә ҡушты
Өфөлә балаларға елек майын күсереп ултыртыу буйынса беренсе операциялар яһаған табиптар бүләкләнә. Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошондай бойороҡ бирҙе.
«Беҙ онкология һәм гематология үҙәген асҡан ваҡытта беҙҙең табиптарҙың елек майын күсереп ултыртыу буйынса операциялар яһай башлауын теләгәйнек. Беҙ шуға өлгәштек. Һеҙ тәүге тапҡыр операция яһаған медицина бригадаларын наградаға тәҡдим итегеҙ. Был, ысынлап та, медицинабыҙ өсөн ҙур ваҡиға», – тине Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда республикала өс балаға елек майын күсереп ултыртыу буйынса беренсе операциялар яһалды. Уҙған йылдың июлендә тәүге пациент 10 йәшлек ҡыҙ булды.