Республика клиник дауаханаһы белгестәре Башҡортостан райондары буйлап рейдҡа сыға
Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһы табиптары Башҡортостан райондарында эш башлай. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Ведомствола билдәләүҙәренсә, был медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, белгестәрҙең эше алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр араһында йоғошло булмаған хроник ауырыуҙарҙы, шулай уҡ хәүеф факторҙарын иртәрәк асыҡлауға йүнәлтелә.
11 февралдә Раевка үҙәк район дауаханаһында ҡан тамырҙары хирургы, невролог һәм акушер-гинеколог пациенттарға консультация-медицина ярҙамы күрһәтә. Үрҙә әйтеп үтелгән белгестәрҙән тыш, пациенттарҙы шулай уҡ гастроэнтеролог, кардиолог, травматолог, пульмонолог һәм уролог. График райондың тар йүнәлешле белгестәргә ихтыяжын иҫәпкә алып төҙөлә. Табипҡа йәшәгән урын буйынса терапевта яҙылырға мөмкин.
Артабан Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Шаран, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко һәм Нуриман райондарына барыу планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдән республиканың төпкөл ауылдарында медицина тикшереүе үткәреү өсөн йәнә «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башлай. Маршруттар алыҫ урынлашҡан ауылдарҙың халҡы табиптарҙан, шул иҫәптән тар белгестәрҙән консультация алһын өсөн барлыҡ райондар буйлап төҙөлә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда 2024 йылда «Сәләмәтлек поездары» табиптары 170 мең пациентты ҡабул иткән һәм 41 мең тикшереү үткәргән.