Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш бирһә, бәғзеләр йорт мәшәҡәтенән бушағас ҡына, һайлауға йүнәлә. Әммә, нисек кенә булмаһын, барыһы ла сараның мөһимлеген аңлай. Һүҙ – Стәрлетамаҡ һайлаусыларына.
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән ЙОСОПОВА:
- Ҡаланың 4-се гимназияһының спорт залында урынлашҡан 650-се һайлау учаскаһында иртәнән бирле кеше өҙөлмәй. Һайлауға килеүҙәре менән тәбрикләп, яҡты йөҙ менән ҡаршылайҙар.
Башҡортста бланк һорап алдым. Һайлаусы үҙе башҡортса документты талап итә ала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәләре был йәһәттән аңлатыу эше алып бара.
Фарат ӘФЛИТУНОВ, хеҙмәт ветераны:
- Бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, быныһына ла барып ҡайтып киләм. Беҙҙең участка Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар университеты филиалында урынлашҡан. Матур ҡаршы алдылар, кәйефем күтәренке. Үҙем лайыҡлы тип һанаған кандидат өсөн тауыш бирҙем.