Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү31.08.2018
Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән.

Һуңғы йылдарҙа заман мәғарифы мобиль уҡытыу алымдарына, интерактив модулдәргә, виртуаль ысынбарлыҡҡа таяна. 2023 йылда илебеҙ мәктәптәрендә баҫма әсбаптарҙы алмаштырасаҡ электрон уҡыу китаптары системаһына күсеүгә әҙерлек бөгөндән башланған. Ауыл мәктәптәрен, бигерәк тә төпкөлдә урынлашҡан белем усаҡтарын юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу тәүшарттарҙың береһе булып тора. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге сираттағы август кәңәшмәһендәге сығышында билдәләп үтте.

Хәйбулла район мәғариф бүлеге етәкселеге тарафынан был эш төбәктә күптән башланған. Бөгөн, район үҙәгендә һәм уға яҡын урынлашҡан белем усаҡтары менән бер рәттән, төпкөл ауылдарҙағы мәктәптәрҙә лә юғары тиҙлектәге интернет үткәрелгән, компьютер кластары булдырылған.

Сиҙәм урта мәктәбенең филиалы – Әбделнасир башланғыс белем биреү мәктәбендә бөтәһе 11 уҡыусы белем ала. Яңы уҡыу йылына ике уҡыусы килә. Мәктәп балаларҙы ҡабул итеүгә күптән әҙер: иҙән һәм стеналар буялған, мәғариф усағы яны сәскәләргә күмелгән, кәбеҫ­тәләре йомарланған, бүлмәләр яҡты һәм матур.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилиә Әбделнасирова әйтеүенсә, ике компьютер бар, дүрт ноутбук алынған. Бынан тыш, интерактив таҡта, заманса ҡорамалдарҙың барыһы менән дә тәьмин ителгәндәр.

– Интернет-ресурстарҙы ҡул­ланып дәрес үткәрәбеҙ, 2002 йылдан алып интернет селтәре һу­ҙылды, – ти Зилиә Юлай ҡыҙы. – Бөгөн уҡыусыны заман талаптарына яуап бирерлек, бар яҡлап белемле, компьютерҙы камил белгән шәхес итеп үҫтереү өсөн шарттар етәрлек. Бигерәк тә элемтәнең булыуы тулы булмаған белем усаҡтары өсөн уңайлы, сөнки беҙгә ике класты бергә уҡытырға тура килә. Береһенә онлайн-дәрес, онлайн-тест үткәрһәк, икенселәр был ваҡытта мәсьәлә сисә, миҫалдар эшләй ала. Шулай уҡ интернет селтәренең мөмкин­лектәре лә күп: уҡыусылар менән онлайн-тәртибендә төрлө олимпиа­даларҙа, конкурстарҙа даими ҡат­нашабыҙ, призлы урындар яу­лай­быҙ. Уҡыусының һәләтен үҫтереү, ҡыҙыҡһыныуын арттырыу буйынса ла даими эҙләнәбеҙ.

Әлбиттә, бында дәрестәрҙең барыһы ла тик компьютер экраны аша үткәрелә икән, тип уйларға кәрәкмәй. Уҡыусылар интернетта ун биш минуттан да күберәк ултырмай, балаларҙың сәләмәтлеген күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ.

Әйткәндәй, Сиҙәм урта мәк­тәбендә белем алған уҡыусылар, буш ваҡыттарында бында килеп, юғары тиҙлектәге интернеттан ҡуллана ала. Беҙ барғанда, IX класс уҡыусыһы Айзилә Әбделнасирова ҡустыһы Кәрим менән интернет аша йәйге каникул осорона бирелгән эштәрен башҡара ине. Шулай уҡ ағалы-ҡустылы Динияр менән Динар Хәләфетдиновтар ҙа ноутбуктарын тотоп мәктәпкә килеп еткән.


Вернуться назад