“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”14.08.2018
– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш ҡаланы үҫтереү башланғыстарына арналған форумда.
Төбәк етәксеһе Нуғайҙағы тимер юл аша сыға торған ерҙә юл айырсаһын төҙөүҙе һорап өфөләрҙең йыш мөрәжәғәт итеүен билдәләне.
– Мәсьәлә өлгөрөп етте, уға күҙ йоморға ярамай. Тик проект күп миллиардлы түгел, ә финанслау күҙлегенән ҡулай, уйланылған булырға тейеш, – тине ул. – Берәү ҙә ҡаршы түгел, төҙөйөк. Башта проект кәрәк. Әүәлгеһе иҫкергән, уны иғтибарға ламаҫҡа ла мөмкин. Яңы проектты йылдам төҙөү шарт.


Вернуться назад