Был юлдар өлгө булырға тейеш07.08.2018
Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының күпселеге уларға тура килә. Шуға күрә был трассалар ҙур иғтибар үҙәгендә тотола, йүнәтеп һәм сифатын яҡшыртып тороуға ил ҡаҙнаһынан ғәйәт ҙур сумма бүленә. Былтыр Рәсәй агломерацияларында биш мең километрҙан ашыу юл ремонтланған. Әммә кисектермәҫтән төҙәтелергә тейешле урындар бар әле.
Башҡортостанда, мәҫәлән, дүрт федераль трассала юл япмаһының хәүефһеҙлек талаптары боҙолған урындар байтаҡ. Был хәлде республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре барышында асыҡланы. Атап әйткәндә, ошондай етешһеҙлектәр М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 “Өфө – Ырымбур”, “Өфөнөң көнбайыш урау юлы” автомобиль юлдарында асыҡланған.
“Ҡайһы бер юл ҡатламы участкаларында тәгәрмәс эҙе барлыҡҡа килгән, барьер кәртәләре боҙолған, юл билдәләре һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрен яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылмаған”, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә.
Федераль юл агентлығының “Урал буйы” федераль автомобиль юлдары идаралығы”на был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында йөкләмә бирелгән. Саралар ҡабул ителгән дә: төҙөүселәр менән М-5 “Урал”, Р-240 “Өфө – Ырымбур” автомобиль юлдарын ремонтлауға килешеүҙәр төҙөлгән. Эш бөткәнгә тиклем тигеҙ булмаған урындар барлығы хаҡында иҫкәртеүсе ваҡытлыса юл билдәләре ҡуйылған, транспорттың иң юғары хәрәкәт тиҙлеге сикләнгән.
“Росавтодор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр дүртенсе автомобиль аварияһы юл хеҙмәтенең үҙ бурыстарына вайымһыҙ ҡарауына бәйле: юл тамғаларының һәм асфальттағы һыҙмаларҙың булмауы, төнөн яҡтыртылмауы, соҡорҙар, юлда блоктар ятыуы... Халыҡтың күпселеге юлдарҙы федераль һәм төбәк милкенә бүлеп ҡарамаһа ла, тәүгеләренең торошо яҡшыра барыуын күҙгә элмәй ҡалмайҙарҙыр. Бындай юлдар Рәсәйҙә 50 мең километрҙан ашып китә, 86 проценты асфальт йәки бетон менән көпләнгән, улар алты меңгә яҡын күпер аша үтә. Ошо йыл башына федераль әһәмиәтле юлдарҙың 795 саҡрымы Башҡортостанға тура килә ине.