Ҡотлайбыҙ!03.05.2012
Ҡотлайбыҙ!Әлшәй районының Ибрай ауылында тыуып, бала сағын Ҡармыш ауылында үткәргән, әлеге көндә баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәүсе Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова үҙенең алтын юбилейын — 50 йәшен билдәләй. Юғары белем алып, бар ғүмерен иң изге һөнәргә — балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған ул. Бөгөн беҙ, бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йортоноң коллективы, Фәнисә Малик ҡыҙын булдыҡлы, талапсан, ярҙамсыл, изге күңелле, кешелекле, ғәҙел, һайлаған һөнәренә тоғро, хәстәрлекле етәксе итеп беләбеҙ.
Эш һөйөүсәнлеге, сабырлығы, ихласлығы, киң күңеллелеге менән ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр саҡ ихтирам, абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған шәхес ул. Балаларға арналған 25 йыллыҡ педагогик хеҙмәте юғары баһаланып, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова йыр-моңға, шиғриәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ булыу менән бергә тоғро ҡатын, уңған хужабикә, өлгөлө әсә лә. Хәләл ефете, инженер-төҙөүсе Мәхмүт Ҡәнзәфәр улы менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр.
Фәнисә Малик ҡыҙы! Һеҙгә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең һәр береһенә әсә наҙын, йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеүегеҙ, беҙгә иһә, дирижер кеүек, эшебеҙгә йүнәлеш биреүегеҙ, кеше хәленә инә белеүегеҙ, сетерекле мәлдәрҙә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыуығыҙ, кәңәшсебеҙ була алыуығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Күркәм байрамығыҙ менән һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, аяҙ көндәр, күңел тыныслығы, яҡындарығыҙға, коллективҡа ла терәк һәм кәрәк булып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Сабыр ҙа һеҙ, изге йәнле лә,
Ҡылғанығыҙ бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөгөҙ,
Бәхетегеҙ булһын ғүмерлек.
Һыҙылып атҡан яҙғы алһыу таңдар
Килһен беҙгә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып.
Изге теләктәр менән балалар йорто хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре.


Вернуться назад