Кәсеп әҙәбе20.04.2018
* Бер төрлө һөнәр һәм кәсепте тулыһынса өйрәнмәйенсә, башҡа­лары менән шөғөлләнмәгеҙ.
* Кәсебегеҙҙән ҙур файҙа күрә алмаһағыҙ, оялмағыҙ. Тырышып та, килемдең аҙ булыуы түгел, ә ялҡаулыҡ һәм кәсеп итә белмәү – ғәрлек.
* Һайлаған һөнәрегеҙҙе намыҫлы башҡарығыҙ, ышаныслы, аҡыллы, көр һәм пак күңелле булығыҙ. Эше­геҙҙе көндән-көн яҡшыртырға тыры­шығыҙ, халыҡ мәнфәғәтен алға ҡу­йығыҙ. Тоғро булығыҙ, ялған һөйлә­мәгеҙ. Өлгөрә алмайһығыҙ икән, вәғәҙә итмәгеҙ, һүҙ бирһәгеҙ – үтәгеҙ.
* Әгәр ҙә ки игенселек менән шөғөлләнәһегеҙ икән, был тармаҡ ғилемен белегеҙ, шул турала яҙылған рисәлә һәм китаптарҙы уҡығыҙ. Тәжрибә өлгөләрен өйрәнегеҙ, файҙалы, сифатлы орлоҡтарҙы табып сәсегеҙ. Ер алыуға, эшселәр яллауға һ.б. бәйле ҡанундарҙы белегеҙ.
* Сауҙагәр булһағыҙ, кәсебегеҙ хаҡында бар мәғлүмәтте өйрәнегеҙ, ҡанундар менән танышығыҙ. Эшегеҙҙе тәртипле башҡарығыҙ. Зарарлы һәм файҙалы юлдарҙы айырырға өйрәнегеҙ, үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла зыян килтермәгеҙ, хыянат итмәгеҙ. Хаҡы арзан тип, кәрәкһеҙ, сифатһыҙ әйберҙәр һатмағыҙ. Табыш нигеҙе – намыҫта. Асыҡ йөҙлө булығыҙ. Үлсәгәндә алдашмағыҙ. Шәриғәт бойорғанса ғәмәл ҡылығыҙ: файҙаһы аҙ булһа ла, бәрәкәте арта барыр.
* Кемгәлер хеҙмәт итәһегеҙ икән, бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгеҙ. Дөрөҫ һүҙле, ихлас ғәмәлле, итәғәтле булығыҙ. Хыянат итмәгеҙ, выжданығыҙға ҡаршы эшләмәгеҙ.
* Әгәр аҡсағыҙ ҡулланыуҙан артып ҡалһа, аҙмы-күпме булһа ла “ҡара көн”гә һаҡлағыҙ. Үҙегеҙҙе ни ҡәҙәр бәхетле тойһағыҙ ҙа, артабан килеүе ихтимал ауырлыҡтар хаҡында онотмағыҙ.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ
нәсихәттәренән.


Вернуться назад