#Мөфтөй_яуап_бирә29.03.2018
“Туғандарығыҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ”

– Ҡыҙым менән кейәүем яңы йортоноң диуарына шәжәрә ағасын эшләп, унда туғандарҙың фотоһын да ҡуймаҡсы. Был динебеҙ ҡанунына ярашлы булырмы икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
А.С.
Башҡортостан мосолманда­ры­ның Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Эй әҙәм балалары! – тип ер йөҙөндә йәшәгән бөтөн кешелеккә мөрәжәғәт ителә “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Мин һеҙҙе бер ата-әсәнән яралттым. Һәм төрлө-төрлө милләт, ҡәүем итеп ҡылдым”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бар халыҡ, ҡәбилә – Аллаһ Тәғәләнең кешелеккә биргән оло бүләге. Һәр тел эсендә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бөйөк байлыҡ ята: әкиәттәр, эпостар, әйтем-мәҡәл, йыр-моң һ.б. Улар барыһы ла – баһалап бөткөһөҙ хазина. Аллаһ Тәғәләнеке булған өсөн дә, һәр милләт иң хөрмәтлеһе, һәммәһе лә – Раббыбыҙ ҡанундарын үтәүсе.
Затыңды белеү, рухи ҡиммәттәреңде һаҡлау – Аллаһ ҡушыуы: Ҡөрьәндә был йәһәттән аят-кәлимәләр бик күп. “Нәҫел-нәсәбегеҙҙе өйрәнегеҙ, тамырҙарығыҙҙы һаҡлағыҙ, туғандарығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ”, – тигән үҙенең мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Беҙҙә ошо бурысты атҡарыуға булышлыҡ ҡылған шәжәрә ғилеме бар. Ул халҡыбыҙға ҡасан килеп ингән? Ислам менән бергә. Динебеҙ бәрәкәтендә тамыр йәйгән күркәм ғилемдең милләтебеҙҙә туғанлыҡ, зат төшөнсәһен юғары күтәреүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Беҙ бәләкәй саҡта олатай-өләсәйҙәребеҙ һәр ваҡыт нәҫелдәштәребеҙ тураһында һөйләр, кемдең ҡайһы яҡтан нисә туған булыуын ҡат-ҡат иҫкә төшөрөп, хәтеребеҙҙе яңыртып торор ине. Затыңды таныуҙың тамырҙарыңа ҡарата оло хөрмәт билдәһе икәнен, һүҙ менән еткермәһә лә, күңелгә тәрбиә аша һала белгән улар. Ашъяулыҡ ҙурлығындағы ҡағыҙға яҙылған шәжәрәләрҙе олатайҙар йәйеп һалып ҡарап алыр, күмәкләп фекер алышыр ине. Мәғлүм ки, нәҫелдең был яҙмаһы заттағы иң оло кешелә булған, шулай артабан ҡулдан-ҡулға күскән. Аҡһаҡал тыуған балаларҙың исемен теркәй барған.
Һуңғы йылдарҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, шәжәрә төҙөү терге­ҙел­де. Был эш милләттең рухын һаҡлау, киләсәген күҙаллау, йәштәребеҙ күңелендә тарихыбыҙға, телебеҙгә, динебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт тәрбиәләү йәһәтенән ифрат мәртәбәле эш. Ауылдарҙа шәжәрә байрамдары үткә­реү­ҙең киң ҡолас алыуы айырыуса ҡыуаныслы. Бындай саралар, һис шикһеҙ, аралағы күркәм мөнәсәбәттәргә йәнә ҡе­үәт өҫтәй, нәҫелдәштәрҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайта. Ҡай­һы бер туғандар, мәғлүм ки, тап ошондай байрамдарҙа бер-бе­реһен таба, тәүге тапҡыр күрешеп, бынан ары айырыл­маҫ­ҡа һүҙ бирешә. Аллаһ Тәғәлә биргән оло бәрәкәт бит был!
Шәжәрә элек-электән ҡағыҙға яҙылған булһа, хәҙер, мөмкинлектәрҙең артыуына бәйле, башҡа варианттар ҙа барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, йорт диуарына шамаилдар кеүек матур итеп яҙып яһағандарын күрергә насип итте. Әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ белдереүенсә, нәҫелдәштәрҙең фотоһын ҡуйыу алымы ла бар икән. Йылдан-йыл мөмкинлектәрҙең күбәйә барыуы сағылышы был. Фотоға Ислам ҡаршы түгел: күҙебеҙ нимә күрә, фотоаппарат шуны төшөрә бит. Динебеҙ кешенең портретын эшләргә генә рөхсәт итмәй.
Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, шәжәрәбеҙҙе беләйек, уны балаларыбыҙға ла өйрәтәйек, ятлатайыҡ. Шул уҡ ваҡытта нәҫелебеҙгә бәйле тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйып, яҙа барыу, хатта ки айырым китап итеп сығарыу маҡсатҡа ярашлы булыр, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әйтәйек, Рәсәйгә ҡушылыуыбыҙға 460 йыл да үтеп китте, ошо дәүер эсендә ата-бабабыҙ илебеҙ дәүләтселеге өсөн күпме яуҙа ҡатнашҡан! Уларҙың яҙмышы, күргән-кисергәндәре һаҡланырға тейеш бит. Шәжәрәбеҙҙе өйрәнеп, ата-бабабыҙҙың эш-ғәмәлдәрен, күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын яҙып ҡалдырһаҡ, был киләсәк быуын өсөн оло мираҫ буласаҡ. Мәғлүм ки, бер кеше баҡыйлыҡҡа күсһә, уның менән бергә әллә күпме тарих, тәжрибә, рухи байлыҡ китә. Шуға ла һәр беребеҙ белгән-күргәндәребеҙҙе яҙып барырға тырышһаҡ ине. Был йәһәттән электрон вариантҡа түгел, ә ҡағыҙға өҫтөнлөк биреү зарур: ташҡа баҫылған юйылмай, күпкә ышаныслы.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә нәҫел-нәсәбебеҙҙе белергә, тарихты онотмаҫҡа, балаларыбыҙға ла өйрәтергә насип ҡылһын. Ошо бәрәкәттә рухи ҡиммәттәребеҙҙең тамыры нығынғандан-нығый барыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад