Һайлауҙа алда барған райондар ҙа бар18.03.2018
“Башҡортостан” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Рәмилә МУСИНА Йәмәғәт матбуғат үҙәгенән хәбәр итә:
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Марат Ғәҙелов белдереүенсә, тѳбәктә 18 сәғәткә ҡарата һайлауҙа граждандарҙың 64,39 проценты тауыш биргән, йәғни 1 954 914 кеше тәшкил иткән. 2012 йылда ошо уҡ ваҡытҡа һайлаусыларҙың 63,48 проценты үҙ бурысын үтәгән булған.
Киске сәғәт 6-ға ҡарата Баҡалы, Бѳрйән, Борай, Тәтешле һәм тағы ла бер нисә районда һайлау хоҡуғы булған халыҡтың 80 проценты килгән. Ә Ѳфѳлә граждандарҙың 51-60 процент самаһы тауыш биргән.
Билдәле булыуынса, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу элемтә” эшләне.
Компания барышында 400-ҙән ашыу шылтыратыу булған. Мѳрәжәғәт иткәндәрҙең 187-һе - аңлатмалар һорап, 120-һе ҡайҙа һайлау участкаһының урынын асыҡлау маҡсатында шылтыратҡан. Шулай уҡ ѳйҙә һайлау, күҙәтеүселәр тураһында, һайлауға саҡырыу тапшырмауҙары хаҡында, башҡорт телендә бюллетендәргә ҡағылышлы һорауҙар менән дә мѳрәжәғәт иткәндәр. Ете кеше иһә кредит түләү һәм эшкә урынлашыу мәсьәләһе менән дә “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратҡан.