Ҡайғы уртаҡлашабыҙ01.03.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында туғыҙ кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәгә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар, ведомстволар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмә авария ҡорбандарын иҫкә алыуҙан башланды. Рөстәм Хәмитов төбәк хөкүмәтенә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәм зыян күргәндәргә матди ярҙам күрһәтергә ҡушты. Республика етәксеһе автомобиль юлдарында һәм федераль трассаларҙа видеотеркәү сараларын файҙаланып, контроль системаһын ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе. Бынан тыш, уның әйтеүенсә, юлда, шулай уҡ ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа водителдәр тарафынан юл ҡағиҙәләрен үтәүҙе ныҡлы күҙәтергә, автомобиль йөрөтөү мәҙәниәтен үҫтерергә кәрәк.
Республика Башлығы фажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе. “Республикабыҙҙың барлыҡ халҡы исеменән һәм шәхсән үҙемдән 27 февралдә Өфөнән Усть-Катавҡа юлланған пассажирҙар микроавтобусы осраған фажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, барлыҡ туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡот осҡос һәләкәт тураһындағы хәбәр барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе”, – тиелә телеграммала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 27 февралдә М-5 трассаһында Иглин районының Оло Теләк ауылы янында ҡырсынташ тейәлгән МАN фураһы менән Mercedes-Benz Sprinter микроавтобусы бәрелеште. Һөҙөмтәлә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың өсөһө Башҡортостандан ине.