Аҡса иҫәп ярата08.12.2017
Аҡса иҫәп ярата Ислам – хеҙмәт дине. “Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт бирер”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иһә хеҙмәтте яратыу мөһимлегенә үҙ тормошо аша инандырып, тырыш, ныҡыш булырға әйҙәп йәшәгән. “Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән ул бер хәҙисендә.

Мәғлүм ки, Исламда хеҙмәт аша ғаиләнең матди һәм рухи тотороҡлоғон тәьмин итеү бурысы ир кешегә йөкмәтелгән. Ул – йорт хужаһы, башлыҡ, тимәк, ҡул аҫтындағыларҙы ҡурсаларға, хәстәрләргә, йәшәү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға бурыслы. Әгәр ҙә ки быны атҡарырға ихтыяр көсө, яуаплылығы етмәй икән, ниндәй бәрәкәт булһын? Аллаһ Тәғәлә бит иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә.
Аҡса табыу йәһәтенән борон-борондан кәсепселек иң юғары урында торған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә уңышлы эшләгән сауҙагәр булған. Бының менән бер рәттән ул Аллаһ Тәғәлә һәм өммәте алдындағы бурыстарын теүәл атҡарған, ғаиләһен дә яҡшы ҡараған. Янындағы сәхәбәләр ҙә хаҡ юлда кә­сеп­селекте үҫтереп, муллыҡта йәшәү үрнәген күр­һәт­кән. Араларында күптәр ерҙә генә түгел, диңгеҙ аша ла сауҙагәрлек иткән. Был йәһәттән дәүләт тарафынан да уңайлы шарттар тыуҙырылғаны мәғлүм. Мәҫәлән, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлиф булған сағында Нил йылғаһы менән Ҡыҙыл диңгеҙҙе бәйләгән канал һалдыртҡан. Был эштең төп маҡсаты – сауҙаны үҫ­те­реү. Изге ғәмәлдең бәрәкәтендә мосолман илдәре күп быуат дауамында һатыу итеү йәһәтенән алдын­ғы­лар рәтен биләй. Ә был тармаҡ дәүләттең йөҙө кеүек: ул иҡтисади ҡеүәтте аныҡ сағылдыра.
Исламда аҡса табыуға ғына түгел, уны дөрөҫ тотона белеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Файҙаһыҙ сығымға юл ҡуйыу – гонаһ. Аҡса иҫәпте, йыйнаҡлыҡты ярата. Ошо йәһәттән олуғ дин белгесе, бөйөк мәғрифәтсе Ри­заитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәренә күҙ һа­лайыҡ:
* Аҡсалы, вазифалы түгел, ә тапҡанын тота белгән кеше бай була. Шуның өсөн дә файҙаһыҙ ерҙәргә, хә­рәм урындарға бер тин дә сарыф итмәгеҙ. Артҡан аҡ­саны янығыҙҙа һаҡлағыҙ, йыйығыҙ – киләсәктә зарары булмаҫ.
* Аҙ ғына бурыс та кейемдәге йыртыҡ кеүектер: ва­ҡытында ямалмаһа, һаман ҙурая барыр. Шуның өсөн көтәсәккә алмағыҙ, әгәр ҙә ки ныҡ зарур икән – аҡсаһын тиҙерәк ҡайтарырға тырышығыҙ. Иңегеҙгә бурыс өймәгеҙ. Ул әҙәм балаһын ваҡытһыҙ ҡартайта.
* Аҡсаның ҡиммәтен, һатылғандың хаҡын яҡшы бе­легеҙ, сауҙалашҡанда алданмағыҙ. Кәрәкле нәмәне, мөмкин булһа, үҙегеҙ ҡарап алығыҙ. Ә кәрәкһеҙҙең арзанлығына ҡыҙыҡмағыҙ йәки матурлығы өсөн генә аҡса түкмәгеҙ.
* Керем һәм сығымдарығыҙҙы бер дәфтәргә яҙып барығыҙ. Бындай мәғлүмәт иҡтисад аршины һәм үлсәү кеүек булыр.
* Сығым килемдән артып китмәһен, һәр айҙа аҙмы-күпме булһа ла кеҫәгеҙгә һала барығыҙ. Был күңелгә рәхәтлек килтерер, тырышлыҡҡа этәрер. Ә инде сығым артһа, күңелгә хәсрәт килә, ҡан боҙола.
* Ҙур мохтажлыҡ юҡ икән, үҙегеҙ яҡшы белмәгән ке­шегә бурысҡа аҡса бирмәгеҙ. Бигерәк тә халыҡ араһында күкрәк киреп йөрөгәндәргә, ҡорһағын “ҡунаҡ итергә” яратҡандарға тинегеҙ ҙә йәл булһын.
* Вәғәҙәләшкән ваҡыт еткәс, аласағығыҙҙы уйнап-көлөп түгел, ә етди рәүештә һорағыҙ. Ә үҙегеҙҙең би­рә­сәгегеҙҙе әлегә ҡайтарыр көсөгөҙ булмаһа, сәбәбен аныҡ аңлатығыҙ, ғәфү үтенегеҙ.
* Ваҡыттың ҡәҙерен белгән кеше аҡсаны дөрөҫ тотона, бер тинде лә елгә осормай. Минут-сәғәттәрҙе, тапҡан малығыҙҙы файҙаһыҙға исраф итмәгеҙ, уйлап эшләгеҙ.
* Мал ни ҡәҙәр күп, ғүмер ни тиклем оҙон булһа ла, уйлап эшләмәһәң, исемең дә, эҙең дә ҡалмаҫ. Ә инде дөрөҫ йәшәһәң, аҙ ғына мал да бәрәкәт килтерер, ҡыҫ­ҡа ғына ғүмер ҙә файҙалы үтер. Шуның өсөн планлы донъя көтөгөҙ. Маҡсат менән йәшәгеҙ.
* Исраф ҡылыу иң хөрмәтле ғаиләләрҙе лә боҙа, иң бай өйҙәрҙе лә юҡҡа сығара, иң бөйөк урындарҙан түбән төшөрә, иң шөһрәтле заттарҙы харап һәм фәҡир итә. Унан ныҡ һаҡланығыҙ, һәр эштә иҫәпле булығыҙ.
* План ҡороп йәшәгән кешенең малы аҙаймаҫ, ә һаран ас ҡалыр. Исраф ҡылған ауырыр, фәҡир булыр. Шуның өсөн аҡсаға бәйле осраҡтарҙа һаран дәрәжә­һенә төшмәгеҙ, исрафҡа ла бармағыҙ.
* Фәҡир булған хәлдә бай булып күренмәгеҙ. Һәм, киреһенсә, аҡсалы икәнһегеҙ, ярлы кеүек йөрөмәгеҙ. Нисек бар, шулай булһын.


Вернуться назад