Проекттар уртаҡ мәнфәғәттә ғәмәлгә ашырыла18.10.2017
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы беҙҙә үҙен яҡшы яҡтан ғына танытты. Был йәһәттән бигерәк тә 2016 йыл уңышлы булды: ауыл биләмәләре тәҡдим иткән 11 проект республика конкурсында еңеү яуланы.


Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Фәйрүзә Ғәниева билдәләүенсә, башҡарылған эш­тең дөйөм хаҡы 6,7 миллион һум тирәһе булған. Йәмәғәтселек тәҡ­дим­дәрен тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 4,8 миллион һум (сығымдарҙың 72,6 проценты) бүленһә, район хакимиәте — 692 мең һум (10,4 процент), ауыл биләмәләре хакимиәттәре 232 мең һум (3,5 процент) аҡса йүнәлткән. Үҙ проекттарында билдәләнгәндәрҙе үтәп сығыу өсөн теге йәки был ауыл халҡы, дөйөм алғанда, 691 мең һум аҡса йыйған, был тотонолғандың 10,4 процентын тәшкил иткән. Объекттарҙы ваҡытында сафҡа индереүҙә бағыусыларҙың да өлөшө булған, уларҙың иғәнәһе 206,9 мең һум, йәғни сығымдарҙың 3,1 процентын тәшкил иткән.
Һөҙөмтәлә райондың алты ауылында, атап әйткәндә, Будья Вә­рәш, Үрге Сат, Байғужа, Ишбулды, Андреевка һәм Сибәгелә урын­дағы башланғыстарҙы яҡлау програм­маһы буйынса юлдар йүнәтелде. Шүдек ауыл биләмә­һенә ҡараған Кониг ауылы балалары әле лә үҙҙәре өсөн ҡоролған спорт майҙансығы өсөн шатланып бөтә алмай (һүрәттә). Бында үткәргән ҡыуаныслы һәм файҙалы ял сәғәттәре өсөн ата-әсәләренә, йыйылыштарҙа айырым әүҙемлек күрһәткән олатай-өләсәйҙәренә рәхмәт әйтеүҙән туҡтамай.
Ҡалған өс ауыл биләмәһендә лә дөйөм мәнфәғәттәрҙән сығып һайланған проекттар тормошҡа ашырылды. Мәҫәлән, Норҡан халҡы өсөн хәҙер иртәрәк төшкән ҡараңғылыҡ бер ҙә ҡурҡыныс түгел: бында урамдарҙы яҡтыртыу системаһы заманса материал ҡулланылып төҙәтелде. Вояҙылар ҙа күптәр үҙ иткән программаға ыңғай ҡарашта, шуға ла уларға һыу ҡыуҙырыу башняһын йүнәтеп бирҙеләр. Күпселек тауыш биргән проекттар буйынса Орловка ауылында зыярат яңынан кәртәләнһә, Үрге Барабановкала йәшәгән сәнғәткә ғашиҡ һәм йыр-моңға, бейеүгә маһир удмурттар урын­дағы мәҙәниәт йортон көн талаптарына яуап бирерлек хәлгә индерҙе. Ҡыҫҡаһы, төрлө сәбәптәр арҡаһында әлегә программала ҡатнашыуҙан ситтә ҡалып килгән ауылдар халҡы өсөн районда өлгө алырлыҡ ыңғай миҫалдар байтаҡ.
Быйылғы йылды алғанда инде, конкурста еңеп сығып, тормошҡа ашырылған проекттар өсөн республика бюджетынан — 5,7 миллион һум, район һәм ауыл биләмәләре иҫәбенән бер миллион һумдан артығыраҡ аҡса бүленде. Алдағы йыл менән сағыштырғанда, дөйөм мәнфәғәтте күҙ уңында тотҡан эштәрҙе финанслауға халыҡтың үҙ ирке менән йыйған аҡса өлөшө һиҙелерлек артты һәм 814 меңгә яҡын һум тәшкил итте. Бағыусылар ҙа үҙ иғәнәһенең кимәлен 270 мең һумға еткерҙе. Улар нигеҙендә Нәнәҙелә ауылға исем биргән йылға буйында ял урыны йәмләндерелде, Татар Ураҙында урамдар, Тау ауылында зыярат ҡоймаһы тәртипкә килтерелде. Иҫке Ҡоҙаш халҡын мәҙәниәт йорто залына ҡуйылған спорт һәм күнекмәләр яһау өсөн ҡоролмалар шатландырып ҡына ҡалмай, киләсәктә йәшен дә, ҡартын да сәләмәт тормош алып барырға, физик күнекмәләр менән даими шөғөлләнеүгә этәрәсәк. Бынан тыш, Ҡарман ауылындағы урам­дарҙы йүнәтеү һәм Сәңгекүлдәге зыярат ҡоймаһын яңыртыу ҙа тамамлана.
Телгә алынған биләмәләрҙә, шулай уҡ башҡаларында йәшәү­селәр ҙә урындағы башлан­ғыс­тарҙы яҡлау программаһының асылын ныҡлы аңлай. Шуға ла улар киләһе йылда тормошҡа ашырылырға тейешле проекттар буйынса тәҡдимдәр өҫтөндә бөгөндән үк ныҡлап уйлана.

Яңауыл районы.


Вернуться назад