Нидерландта башҡорт яугиренә һәйкәл асыла15.09.2017
Нидерландта башҡорт яугиренә һәйкәл асыла Нидерландта башҡорт яугиренә һәйкәл асыу тантанаһы сентябрҙән 2018 йылдың ғинуарына күсерелде. Һәйкәл Европаны Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеүселәргә бағышлана.

Ҙур әһәмиәткә эйә скульптураны Нидерландты Наполеон баҫҡынсы­ларынан азат итеүҙең 200 йыллыҡ юбилей саралары барышында сентябрҙә асыу ҡаралғайны, ләкин датаны күсерергә тура килә, сөнки Рәсәй яғынан аҡса күсмәгән.
200 йыл самаһы элек генерал Бенкендорф етәкселегендә башҡорттар Наполеон илбаҫарҙарын ҡыуыу өсөн Ам­стер­дамға юллана. Голландтар әлеге көнгә тиклем ошо ярҙам өсөн рәхмәтле һәм азат итеүселәр иҫтәле­генә тап ошо ваҡиғалар урынында – Гердерланд про­винцияһында Эйссел йылғаһы буйында – монументаль композиция асырға ниәтләй.
Мемориалда граф Бенкендорф һәм башҡорт һыбайлыһы төшөрөл­гән. Скульптураны Германияла – Чеховҡа, Югославияла – Пушкинға, Черногорияла – Вы­соц­кийға, Нидерландта бөйөк княгиня Анна Павловнаға һәйкәлдәр, Швейцарияла Суворов бюсы һәм башҡа бик күп проекттар авторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Александр Таратынов эшләй.
Тиҙҙән Ғафури районының Красноусол ауылында “Төньяҡ амурҙары”на арналған скульптура комплексын асыу тантанаһы була. Комплекс асылғандан һуң, унда уҡ атыусылар фестивале ойошторола.


Вернуться назад