“Вики һәйкәлдәр ярата”15.09.2017
Әле республикала сираттағы “Вики һәйкәлдәр ярата” халыҡ-ара фотоконкурсы бара, ул 30 сентябргә тиклем үткәрелә. Был бәйге 2010 йылдан алып ойошторола һәм иң күп кеше ҡатнашҡан фотоконкурс булараҡ Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. Быйыл унда 54 илдең вәкилдәре көс һынаша.
Рәсәйҙә уны “Яндекс нәшриәте” булышлығында Викигид ирекле белешмәләр проекты менән берлектә “Викимедиа РУ” коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ уҙғара. Еңеүселәргә иң яҡшы фотоһүрәттәр өсөн аҡсалата, шул иҫәптән “Заманса һәйкәлдәр” йәки “хәүеф янаған мәҙәни мираҫ” тигән тематик приздар тапшырыла. Шулай уҡ еңеүселәр “CityPass в России” компанияһының CityPass туристик карталары менән бүләкләнә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле төбәктең һәйкәлдәр исемлеген табып, унда күрһәтелгән теләһә ниндәй объектты фотоға төшөрөү һәм исемлектәге һылтанмалар буйлап һалыу зарур. Һәйкәлдәргә бөтә мәҙәни мираҫ объекттары — тарихи биналар (архитектура һәйкәлдәре), скульптуралар, шулай уҡ археологик һәйкәлдәр ҡарай.
“Фотоконкурстың маҡсаты бер нисә: мәҙәни мираҫ объекттары тураһында мәғлүмәт йыйыу, уларҙың торошон белеү һәм документҡа яҙып ҡуйыу, шулай уҡ ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең һәр төбәгендә күпме ҡыҙыҡлы күренештәр булыуын күрһәтеү. Башҡортостан Республикаһы ла бынан ситтә ҡалмай. Беҙҙең баһалауҙар буйынса, унда 2500-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар, Өфөлә генә 800-гә яҡын, уларҙың күбеһе аҙ билдәле. Википедия — бөтә донъялағы ҡатнашыусыларҙы бергә туплаған халыҡ-ара проект. Конкурсҡа ебәрелгән фотоһүрәттәр Википедияға Башҡортостан тарихы, республиканың ҙур туристик ҡеүәте хаҡында мәғлүмәт йыйырға ярҙам итәсәк”, — тине конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, Викигид проекты администраторы Александр Цирлин.