Бала ҡағиҙәне һәйбәт белһен25.08.2017
Йортта (фатирҙа)
1. Шырпы һәм ҡабыҙғыс менән уйнамағыҙ. Бының янғынға килтереүе ихтимал.
2. Өйҙән йәки бүлмәнән сыҡҡанда электр приборҙарын, айырыуса үтекте, йылытҡысты, телевизорҙы, яҡтыртҡыстарҙы һ.б. һүндерергә онотмағыҙ.
3. Плитә өҫтөндә әйбер киптермәгеҙ. Уның янып китеүе бар.
4. Ауылда йәки дачала өлкәндәр булмаһа, мейескә яҡын килмәгеҙ, уның ҡапҡасын асмағыҙ. Осҡондан бөтә йортта янғын сығыуы мөмкин.
5. Өлкәндәр булмағанда фейерверк, майшәм йәки бенгаль уты ҡабыҙмағыҙ.
Газ плитәһе
1. Газ еҫен тойһағыҙ, утты һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ, шырпы һыҙмағыҙ, кисекмәҫтән өлкәндәргә хәбәр итегеҙ. Бүлмәне тиҙ арала елләтегеҙ.
2. Газ еҫен тойһағыҙ, күршегеҙгә инеп, газ хеҙмәтен саҡыртығыҙ. Газ хеҙмәтенең телефоны – 04.
3. Аш бүлмәһендә уйнамағыҙ, айырыуса газ плитәһе эшләп торғанда.
4. Өйҙән сыҡҡанда газ конфоркаларының ябыҡ булыуына инанығыҙ.
5. Газ торбаларына эленеп тормағыҙ.
Электр приборҙары
1. Төҙөк булмаған электр приборҙарын файҙаланмағыҙ.
2. Электр приборын еүеш ҡул менән тотмағыҙ.
3. Ванна бүлмәһендә электр приборҙарын ҡулланмағыҙ.
4. Лампаларҙы һәм яҡтыртҡыстарҙы туҡыма йәки ҡағыҙ менән ҡапламағыҙ.
5. Үтекте йәки башҡа электр приборҙарын эшләгән килеш ҡалдырмағыҙ.
Ауыл ерендә
1. Мейестең металл өлөштәренә яланғас ҡул менән тотонмағыҙ. Ҡулығыҙҙың ныҡ бешеүе бар.
2. Өлкәндәрҙең рөхсәтенән тыш мейестең ҡапҡасына ҡағылмағыҙ.
Янғын сыға ҡалһа...
1. 01 телефон һандарын йыйып, янғын һүндереүселәрҙе саҡыртығыҙ.
2. Кисекмәҫтән бинанан сығып, ишекте ябығыҙ.
3. Ишеккә табан шыуышығыҙ йәки эйелеп атлағыҙ.
4. Башығыҙға еүеш туҡыма ябығыҙ.
5. Еүеш ҡулъяулыҡ аша тын алығыҙ.
6. Күршеләрегеҙгә янғын тураһында хәбәр итегеҙ, ярҙамға саҡырығыҙ.
7. Лифттан файҙаланмағыҙ.