Алдан иҫкәртеүгә етмәй21.07.2017
Өфөлә республика медицина-генетика үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Ғилми учреждениены Башҡортостан Башлығы башланғысы менән Башҡорт дәүләт университетының биология факультетының генетика фундаменталь медицина кафедраһы ҡарамағындағы заманса үҙәк нигеҙендә асыу күҙаллана. Рөстәм Хәмитов былтыр уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең тупланған тәжрибәһен киң таратыу һәм ошо өлкәләге ғилми тикшеренеүҙәрҙе артабан да дауам итеү кәрәклеге хаҡында белдергәйне.
Биология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, популяция һәм медицина генетикаһы өлкәһендә илебеҙҙең алдынғы белгестәренең береһе Эльза Хөснөтдинованың һүҙҙәренсә, яңы үҙәк республика һәм бөтә Волга-Урал төбәге халҡын нәҫел, онкология һәм социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы заманса юғары технологик молекуляр-генетика алымдары менән иртә диагностикалау һәм дауалау спектры менән тәьмин итә аласаҡ.