Ер аяғы, ер башында ҡурай, ҡумыҙ яңғырар23.06.2017
Ер аяғы, ер башында ҡурай, ҡумыҙ яңғырар Владивостокта үтәсәк һабантуйҙы башҡорт ҡурайы менән ҡумыҙы моңо биҙәйәсәк. Байрамға Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән Ауырғазы районынан ҡурайсы Фәһим Ғайсин юллана. Улар күңел асыу сараларында сығыш яһап ҡына ҡалмаясаҡ, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәсәк.
Һабантуй иртәгә уҙа. Байрамға төбәктәге бөтә райондарҙан һәм ҡалаларҙан ҡунаҡтар көтөлә. Сараны Владивостоктағы “Дуҫлыҡ” башҡорт-татар йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Быйыл һабантуйҙа тәүге тапҡыр Приморье крайы башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ҡатнаша. Ойошма март айында ғына барлыҡҡа килде.


Вернуться назад