Үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар01.04.2017
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылда төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған ултырышын үткәрҙе.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, былтыр сәнәғәт етештереүе күләме — 2,6, ауыл хужалығыныҡы 1 процент самаһына артҡан. Төп капиталға инвестициялар индексы буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты яуланы (104,2 процент). Йыл йомғаҡтары буйынса бюджет профициты 10 миллиард һум тәшкил итте.
— Инвестиция өлкәһендә хәлде артабан яҡшыртыу йәһәтенән мөһим аҙымдар яһалды. Күмертау һәм Бәләбәй илдә ойошторолған 11 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре иҫәбенә инде. Башҡортостан йыл дауамында ошондай статусты ике ҡалаһы алған берҙән-бер төбәк булды, — тине Рөстәм Хәмитов. — Хәҙер резиденттарҙы йәлеп итеү, яңы производстволар асыу, эш урындары булдырыу өсөн, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ өлкәһендә, алынған мөмкинлекте һөҙөмтәлерәк файҙаланырға кәрәк. Быйыл ҡалаларыбыҙға ошондай статус алыу буйынса эште дауам итеү шарт. Был йүнәлешкә ҙур тырышлыҡ һаласаҡбыҙ.
Республика Хөкүмәтенең 2016 йылғы эше тураһындағы ентекле отчет Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың апрелдә үтәсәк сираттағы ултырышында тәҡдим ителәсәк.