Ҡаҙ үрсетәм тиһәң...27.03.2017
Бөгөн күптәр шәхси хужалығында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға тырыша. Ауыл ерендә генә түгел, ҡалала үҙ йортонда йәшәүсе ғаиләләр ҙә ҡош-ҡорт көтөүҙең отошло булыуын яҡшы аңлай.


Әгәр ҙә һеҙ ҡаҙ аҫрарға уйлаһағыҙ, тәүге йылдарҙа 3-5 ҡаҙҙан башлағыҙ. Аҙаҡ үрсетеп, 10-15 инә ҡаҙға еткерергә була. Ике-өс инә ҡаҙға бер ата тәҡдим ителә. Уларға ҡышҡылыҡҡа ҡоро, ел үтә өрмәгән ҡура һәм ҡалын һалам түшәк булырға тейеш.
Инә ҡаҙ йомортҡа һалыуын туҡтата икән, тимәк, ул бәпкә сығарырға әҙерләнә башланы тигән һүҙ. Баҫтырырға ултыртҡанда һәр инә ҡаҙға 11-13 йомортҡа һалына. Баҫырға ултырыу мәле башлыса апрель айына тура килә. Ярым ҡараңғы, таҙа, еҫһеҙ, тыныс кәртә мөйөшөнә йә иһә бүлмәгә урынлаштырырға кәрәк. Йылылыҡ яҡынса 12 градус булырға тейеш. Ғәҙәттә, ҡаҙ йомортҡа һалған ояһына ғына ултыра, шуны иҫтә тотоғоҙ.
Бәпкәләр 27-28-се көнгә сыға башлай. Әгәр башы сығып, ике тәүлек сыға алмай интекһә, уға ярҙам күрһәтеү талап ителә. Уларҙы ҡоро дебет шәлгә урап, тартма йә ҡатырға йәшниккә урынлаштырырға кәрәк, тулыһынса сығып бөткәс, әсәһенең аҫтына ҡуйырға (төнгөлөккә ҡушыу яҡшыраҡ).
Тәүге өс көндә ваҡ итеп туралған тауыҡ йомортҡаһы, һөт эремсегенә ҡушып буталған тары ярмаһы бирәләр. Бер ай тулғансы көнөнә 4-5 тапҡыр ашатыу мөһим. Был осорҙа бәпкәләрҙе төрләндереп, еңел аҙыҡтар менән туҡландырырға кәрәк. Бүрттерелгән ярмаға, бойҙай көрпәһенә ҡушып ваҡланған кесерткән, юл япрағы, ҡуҙғалаҡ бутап ашатыу бик тә файҙалы. Мөмкинлектәре булғандарға бешкән картуф, сөгөлдөр, кишер ашатыу ҙа әһәмиәтле. Ә инде таҙа һыу, ҡом, ваҡ күмер һәр ваҡыт уларҙың алдында булһын.
Бер айҙан һуң ашлыҡ бирә башларға була. Йәй көнө һыу һәм йәшел үлән даими булһа, ем дә әҙерәк китә. Ҡаҙ үҫтереү өсөн йылға-күлдең булыуы мотлаҡ түгел, асыҡ кәртәлә йә ишек алдында ла үҫтереп була. Ҡаҙ – ашамлыҡ һайланыусан, һиҙгер ҡош. Әҙ генә күгәргән еҫле булһа ла ашауҙан баш тарта.
Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙҙарҙы һимертеү өсөн ашатыуҙы яҡшыртырға кәрәк. Төнгөлөккә лә ҡоро ем ҡалдырыу мөһим. Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡаҙ иртә таңдан ашарға ярата.
Бына шулай күп итеп ҡаҙ үҫтерегеҙ, үрсетегеҙ. Тәүге ҡар яуып, көндәр һыуытыуға гөрләтеп ҡаҙ өмәһе үткәрергә яҙһын.





Вернуться назад