Сүпте сәскәгә әйләндереп буламы?27.03.2017
Өфөләрҙе һәм республика халҡын “Ҡәҙимгенән — үҙенсәлекле” икенсел сеймалдан һәм көнкүреш ҡалдыҡтарынан ижади эштәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Проект Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арнала.


Бәйгелә ҡатнашыуға ғаризаны 20 апрелгә тиклем тапшырырға мөмкин. Бының өсөн шулай уҡ анкета тултырырға, әйберҙе фотоға төшөрөп [email protected] адресына ебәрергә кәрәк. Конкурс шарттары буйынса ижади эштәр мотлаҡ ҡулланылған сеймалдан һәм көнкүреш ҡалдығынан (пластик шешәнән, полиэтилен пакеттан) ҡулдан эшләнергә тейеш. Еңеүселәр “Гүзәл баҡсам” (скульптуралар, бәләкәй архитектур формалар), “Киләсәк баҡсаһы” (3Д форматындағы ландшафт проекты), “Шәп идея” (интерьер әйберҙәре) кеүек номинацияларҙа билдәләнәсәк. Иң яҡшы эштәрҙе 22—30 апрелдә Өфөләге Ботаника баҡсаһында үткән күргәҙмәгә ҡуясаҡтар.



Вернуться назад