Юл ҡағиҙәһендә үҙгәрештәр27.03.2017
Рәсәйҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр, ике йылдан аҙыраҡ стажы булған водителдәргә ҡарата сикләүҙәр ғәмәлгә индерелә. Улар шулай уҡ механик транспорт сараларын буксирға алыуға, мототранспортта пассажирҙар ташыуға, ҙур, ауыр һәм хәүефле йөк тейәлгән транспортҡа идара итеүгә ҡағыла.


Ике йылдан аҙыраҡ стажы булған кеше йөрөткән транспорт сараһына “Рулгә яңы ултырған водитель” тигән билдә ҡуйылмаһа, бындай етешһеҙлек өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу күҙаллана. Ошо рәүешле Хөкүмәт рулгә яңы ултырған водителдәр ҡатнашлығында һәләкәттәр һанын кәметергә ниәтләй.



Вернуться назад