Ил һағында торор ир-егет24.02.2017
Ил һағында торор ир-егет Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко һәм башҡа күп кенә хәрбиҙәр ҡатнашты.
”Башҡортостан” дәүләт концерт залына ингәндә, хәрби кейемдәгеләр бер-береһе менән ҡосаҡлаша, хәл-әхүәл һораша ине. Ә күкрәктәрендәге орден-миҙалдар күҙҙе сағылдырып, сыңлай-сыңлай эйәләре тураһында һөйләй. Кейемдәренә, айырыу билдәләренә ҡарап, кемдең ниндәй ғәскәргә ҡарағанын, ҡайһы ҡораллы бәрелештә ҡатнашҡанын төҫмөрләргә тырышам. Күңелдә ниндәйҙер тыныслыҡ, ышаныс һәм ғорурлыҡ тыуғандай була, тамырҙарҙа яугир ҡаны ҡайнарланғандай тойола. Ата-бабаларыбыҙ һәр ваҡыт йәнен аямай Ватан һағында торған, был сифат әле булһа Башҡортостан халҡына хас.
Байрам тантанаһы сәхнәгә Рәсәй­ҙең һәм Башҡортостандың бай­раҡтарын сығарыуҙан башланды. Гимн яңғыраны. Артабан республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов һүҙ алды:
– Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Был байрам Рәсәйҙең үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген бәйләп тора. Ил һәм уның тарихы менән ғорурланыу, берҙәмлек, батырлыҡ символы ул.
Республика Башлығы тарих хәте­рен һаҡлауҙа ил етәкселегенең дә булышлыҡ итеүен баһаланы. Был йәһәттән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Башҡортос­танға тапшырылыуын иҫләп үтте.
Быуындар бәйләнешен нығытыуҙы, йәштәрҙә Ватанға һөйөү, тарихы­быҙҙың бай мираҫына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү – төп бурыстар, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Был йәһәттән “Рәсәй – минең тарихым” тигән тарихи парктар проекты булдырылыуын билдәләп, шуларҙың тәүгеһе Өфөлә барлыҡҡа киләсәген белдерҙе. Шулай уҡ республиканың 100 йыллығына киң ҡоласлы акция­ларҙың планлаштырылыуын да телгә алды. Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан хәрби частарҙың, хәрби-сәнәғәт предприятиеларының һәм ойошмаларының уңыштарын билдә­ләне. Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү системаһының, ирекмәндәр һәм эҙәрмәндәр ойошмаларының эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Артабан байрамға арналған концерт башланды. Унда Фәйзи Ғәскәров исемендәге балалар бейеү студияһы, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеү­селәре лә сығыш яһаны. Римма Амангилдина, Йәмил Әбделмәнов, Марсель Ҡотоев, Геннадий Родионов кеүек билдәле йырсыларҙың тауышы яңғыраны.


Вернуться назад