Мәктәпкә – өс саҡрым йәйәү24.01.2017
Иглин районында прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөү яйға һалынды.
Октябрь ауылынан ете бала күрше Көҙәйҙәге мәктәпкә йөрөп уҡыған. Ике мәктәп автобусы булыуға ҡарамаҫтан, балалар көн һайын урман һәм тимер юл аша өс саҡрым юл үтергә мәжбүр булған. Асыҡланыуынса, белем биреү учреждениеһы директоры автобусҡа водитель алыу сараһын күрмәгән.
Ваҡиға буйынса прокуратура район хакимиәте башлығына күрһәтмә ебәргән. Әле мәсьәлә хәл ителгән, балаларҙы мәктәпкә автобус йөрөтә. Директор иһә яуаплылыҡҡа тарттырылған, уға штраф һалынған.