Ғаиләлә башланһа, мәктәптә дауам ителһә...15.07.2016
Ғаиләлә башланһа, мәктәптә дауам ителһә...Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында “Ҡала мөхитендә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу” тигән темаға арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сараға билдәле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр саҡырылды.


Һөйләшеүҙе алып барған ғалим-педагог, филология фән­дәре докторы, БДУ профессоры Фәнил Күзбәков инеш һүҙендә ҡала шарттарында башҡорт теленең торошо, уның уҡыу йорттарында өйрәнелеү һәм ҡулла­нылыу мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшергә, тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙы.
– Бөгөнгө глобалләшеү шарттарында милләтте һаҡлайым тиһәң, ҡала үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмайынса булмай. Йәштәр араһында күптәрҙең туған телен белмәүе быуындар күсәгилешлеген юғалтыуға, тарихи тамырҙарҙы ҡоротоуға килтерә. Башҡорттарҙың ҡалаға яраҡлашыуына бәйле төрлө кимәлдәге һөйләшеүҙәр ойошторола, әлбиттә. Беҙҙе иһә бөгөн был йүнәлештә нимәләр эшлән­мәүе, иғтибарҙы тағы нигә йүнәлтергә кәрәклеге нығыраҡ борсой. Эйе, кемгәлер туған тел мәсьәләһе тураһында күп һөй­ләйбеҙ һымаҡ тойолор. Берен­сенән, проблема хәл ителмәй ҡала килә икән, уны ҡабат-ҡабат күтәрмәйенсә булмай. Икенсенән, бөгөнгө шарттарҙа тел һәр даим күҙ уңында торорға тейешле мәсьәләләр рәтендә. Шуны аңларға тейешбеҙ.
Рәйсә КҮЗБӘКОВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе:
– Туған телдәрҙе уҡытыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, үҫтереү мөһим булмаһа, Федераль үҙәк был мәсьәләгә иғтибар ҙа бирмәҫ ине, бәлки. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә туған телдең, халыҡтарҙың быуаттар буйына туплаған тәрбиә ҡанундарының баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтен белгәнгә лә, “Рәсәй Феде­рацияһында мәғариф тураһын­да”ғы һәм “Рәсәй халыҡтары телдәре тураһында”ғы федераль закондарҙа уларҙы һаҡлау һәм үҫтереү кәрәклегенә баҫым яһала. Мәҫәлән, уларҙың тәү­геһенең төп принциптарының береһе – мәғариф системаһы тарафынан милли мәҙәниәттәрҙе, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү. Ошо уҡ закондың 14-се статьяһына ярашлы, һәр кешенең төп дөйөм белемде (IX класты бөткәнсе) туған телендә алырға хоҡуғы бар. Туған телен предмет булараҡ иһә ХI класҡа тиклем өйрәнә ала.
Туған телдә уҡыуҙы, уны өйрәнеүҙе Рәсәй Федера­цияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡабул иткән Рәсәй мәктәптәренең уҡыу пландары ла иҫәпкә ала. Биш төрлө (вариант) уҡыу пландарының береһе туған телдә белем биргән мәктәптәр өсөн эшләнгән, тағы бер варианты – туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойошторған белем усаҡтары өсөн. Етәкселәргә туған телдәрҙе уҡытыу өсөн өҫтәмә сәғәттәр эҙләп ултырырға кәрәкмәй.
Республикала, Федераль белем биреү стандарттары туған телдә уҡытыуҙы рөхсәт итмәй, тигән яңылыш хәбәр таралған. Был мифты үҙҙәренә эште еңелләштерергә теләгән, туған телдәргә битараф булған, тар ҡарашлы етәкселәр тарата.
Һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтихандары мәктәптең дә, ата-әсәләрҙең дә төп маҡсатына әйләнде: нисек тә БДИ-ны һәйбәт бирҙереп, баланы юғары уҡыу йортона индереү. Әлбиттә, диплом киләсәктә һәйбәт эш табыу, әҙәмсә йәшәү өсөн ниндәйҙер гарантия булып тора. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең йәшәйештең икенсе яғына ла иғтибар итергә кәрәктер. Ата-әсәле килеш етем исеме күтәргән балалар арта, ҡарттар йортона сират. Бер ҡулы менән сабый бала арбаһы этеп, икенсеһенә һыра шешәһе тотҡан әсәйҙәргә лә күнектек. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа уҡытыусыларҙы аталар, туҡ­майҙар. Был күренештәрҙе беҙ заманға һылтап, йыш ҡына глобалләшеү менән аңлатырға тырышабыҙ. Әлбиттә, уларҙың сәбәптәре күп һәм төрлө. Ләкин төп сәбәп, беҙҙеңсә, кешеләрҙең үҙҙәренең ата-бабалары быуаттар буйына туплаған милли традицияларҙан ситләшеп, телевидение аша көнө-төнө пропагандаланған йәшәү нор­маһын үҙләштереүҙәлер. Быуындар һәм ваҡыт һынауы үткән ғөрөф-ғәҙәттәрҙән, йәшәү рәүе­шенән баш тартыу менталитет үҙгәреүенә алып килде, шуның өсөн дә элек кеше ғибрәт алған нәмәләр бөгөн ҡағиҙә кеүек ҡабул ителә. Бының яҡшыға алып бармағанын беләбеҙ. Туған тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә юғарыла әйтелгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим булған рухи ҡиммәттәрҙе киләсәк быуын­ға еткереү сараһы ла икәнен бөтөнләй иҫәпкә алмайбыҙ.
Ришат МОРТАЕВ, Башҡор­т­остандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкиле:
– Мин – ауылда үҫкән егет, әле Өфөлә йәшәйем. Ҡатыным менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Улар туған телен белеп үҫһен өсөн балалар баҡсаһын да, мәктәпте лә ныҡлы уйлап һай­ланыҡ. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында яҡшы ғына уҡып йөрөйҙәр, ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнәләр. Йыйылыштарҙың һәм башҡа сараларҙың башҡорт телендә үтеүе ҡыуандыра. Унда рухлы балалар тәрбиәләнә.
Телде һаҡлау тәү сиратта ғаиләлә башлана. Өйҙә ата-әсә балалары менән үҙ телендә һөйләшһә, был эш мәғариф учреждениеларында дауам итһә, даирәһе, һис шикһеҙ, киңәйәсәк.
Хәҙисә АРҒЫНБАЕВА, сәсә­ниә:
– Балаға туған телен өйрәтеү – мөҡәддәс бурысыбыҙ, тип һәр башҡорттоң күңеленә һеңдерергә кәрәк. Үҙ телендә тәрбиәләнгән балалар аҡыллы, зирәк, талантлы һәм тәртипле була. Ағинәй­ҙәргә йәш парҙар менән эшләргә кәрәк, быны мәктәпкә генә япһа­рып ҡуйырға ярамай. Өләсәйҙәр мәктәбен нығытыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирер ине.
Беҙҙең Сибайға уҡырға килгән ҡайһы бер студенттар шунда уҡ урыҫса һөйләшә башлай, холҡо үҙгәрә һәм, “ҡала башҡорто”на әйләнеп, телен онота башлай. Рухи ҡиммәттәренән, тамыр­ҙарынан айырылған кеше маңҡортҡа әйләнә бит.
Гөлназ ӘХМӘҘИЕВА, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры:
– Беҙҙә меңдән ашыу бала белем ала. Шуларҙың 110-ы урыҫ милләтенән. Башҡорт ғаилә­ләренән килгән балаларҙың 30-35 проценты ғына үҙ телендә һөйләшә. Ҡалғандарын өйрән­һендәр тип беҙгә килтерәләр.
Әлбиттә, республикабыҙҙың дәүләт телдәре уҡытыласаҡ, рухи ҡиммәтебеҙҙе юғалтыуға бер ваҡытта ла юл ҡуймаясаҡбыҙ, ошо маҡсатта бар көсөбөҙҙө һалып эшләйбеҙ. Бының өсөн гимназияла шарттар тыу­ҙырыл­ған. Мәктәптә төрлө йүнәлештәге 34 түңәрәк, өс музей эшләй. Яҙыусылар, шағирҙар, халҡы­быҙҙың күренекле шә­хестәре менән осрашыуҙар, кисәләр үтеп тора. Кластан тыш сараларҙы башҡорт телендә алып барырға тырышабыҙ.
Фәҡәт урыҫса аралашҡан, туған телен ярым-йорто ғына аңлаған ҡала башҡорттарының ҡарашын үҙгәртергә кәрәк. Ата-әсәләрҙең балаларын респуб­ликаның ике дәүләт телендә лә уҡытыуҙы хуп күреүен теләр инек. Был мәсьәлә закон тарафынан яҡлаулы.
Эйе, туған тел ғаиләлә башлана, һаҡлана һәм быуындан быуынға күсә килә. Ә беҙ, уҡытыусылар, балаларға уның буйынса төплө фәнни белем биреү, ирекле аралашырға өйрәтеү, заманса технологиялар ҡулланып, уҡытыуҙың сифатын күтәреү һәм илһөйәр, телһөйәр шәхес тәрбиәләү бурысын ҡуйғанбыҙ.
Тәнзилә БИКБАЕВА, “Аҡ тирмә” башҡорт үҙәге ағзаһы:
– IV Ҡоролтайҙағы сығышында Фирҙәүес Хисамитдинова: “Ейә­нең ниндәй телдә һөйләшә, һин – шул халыҡ вәкиле”, – тигәйне. Тимәк, вариҫтарың башҡортса белмәй, ҡурай моңон, халҡы­быҙҙың үлемһеҙ йырҙарын тыңлап үҫмәй икән, ғәйепте үҙеңдән эҙлә.
Телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәт, бәлки, беҙҙең менталитетҡа бәйлелер. Әйтәйек, ун башҡорт янына бер урыҫ килеп ултырһа, тиҙ генә уның теленә күсәбеҙ. Ябайлыҡмы, йомшаҡлыҡмы, әллә кеселекле булабыҙ тип үҙебеҙҙе түбәнһетәбеҙме? Башҡорт – бөйөк халыҡ. Ғорур, батыр, көслө рухлы булғанбыҙ. Үткәнебеҙҙе, тарихыбыҙҙы йәш быуынға ет­керәйек, уларҙа олатайҙар рухына хөрмәт тәрбиәләйек. Радио, телевидение тапшырыуҙарында ҡатнашайыҡ, гәзит биттәрендә аңлатыу эше алып барыуҙы дауам итәйек. Әсә телен белгән милләт бер ваҡытта ла биреш­мәҫ, илен һатмаҫ, юҡҡа сыҡмаҫ.
Айгөл ТОМАНШИНА, Өфө­ләге 5-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы:
– Әгәр башҡорт теле уҡытыу­сыһы кешелек һәм рухи-мәҙәни сифаттарын, һөнәри оҫталығын егеп, тырышып эшләй икән, тел уҡытыу-уҡытмау проблема булып тормаясаҡ. Беҙ милләтебеҙҙең абруйын яҡлаусы һәм һаҡлаусы булырға тейешбеҙ.
Ирем менән өс бала үҫтерә­беҙ. Улар ике телдә лә матур һөй­ләшә. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Бәләкәй баламдың ҡайһы саҡта үҙемә урыҫса өндәшеүе күңелемде ҡыра. Баҡсанан ҡайтҡандан һуң фекерләүен туған телгә көйләп алыу ҙур тырышлыҡ талап итә. Ғаиләбеҙҙә мотлаҡ үҙебеҙсә һөйләшеү – төп бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ.
Мәктәптәгеләре яҡшы уҡый, бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында ҡыҙым призлы урын алды. Хәҙер беҙҙең телевидение төрлө проекттарға шул тиклем бай. Балалар өсөн ниндәй генә тапшырыу юҡ! Беҙҙекеләр йәнһүрәт­тәрҙе лә, башҡортса концерт­тарҙы ла, конкурстарҙы ла яратып ҡарай.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ, “Арҡаҙаш” ойошмаһы етәк­сеһе:
– Тел мәсьәләһе туранан-тура мәғариф тураһындағы федераль законға бәйле. Был ҡанун нигеҙендә һәр белем усағы үҙаллы уҡыу планын ала. Закон телде яҡлай ҙа ул, әммә хәҙер мәктәптәрҙә башҡорт теленең яҙмышы директорҙың ҡарашына, рухына бәйле булып ҡалды. Уҡытыусылар ҙа был мәсьәләгә ҡағылышлы проблемаларҙы йәшермәй.
Башҡортса белем биреү уҡы­тыу­ҙың сифатына кире йоғонто яһамай. Милли мәктәп уҡыусыһы ла федераль стандарттарға ярашлы белем алырға, мәктәпте тамамлағанда имтихандарҙы уңышлы тап­шырырға тейеш. Бихисап милләт вәкилдәре көн күргән ҡалаларҙа туған тел дәрестәрен ҡыҫҡартыу кире һөҙөмтә бирәсәк. Башҡорт­остандың дәүләт статусындағы башҡорт телен республикалағы һәр кем өйрәнергә тейеш.
Рәсәйҙә 136 тел юғалыу ҡур­ҡынысы аҫтында. Ә был – тотош халыҡтың юҡҡа сығыуы тигән һүҙ. Ошондай шарттарҙа туған телдең ҡәҙере айырыуса ныҡ беленә.
Рәмзиә КӘРИМОВА, Баш­ҡор­тостан “Юлдаш” телеви­дениеһы хеҙмәткәре:
– Ҡала башҡорттары, хатта зыялыларыбыҙ араһында ла башҡорт булыр өсөн телде белеү мотлаҡ түгел тигән фекер йәшәй кеүек. Эш барышында бына тигән репортаж эшләрлек, интервью алырлыҡ шәхестәргә юлығабыҙ. Әммә, ни тиклем ҡыҙғаныс (!), туған телен белмәгән башҡорт булып сыға ҡайһы бер герой­ҙарыбыҙ. Ата-әсәһенең хаталы ҡарашы арҡаһында әллә күпме рухи аҙыҡтан мәхрүм ителгән улар.
Теленә хыянат иткән ундай ата-әсәләр ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла етерлек. Шул уҡ ваҡытта алдынғы йәштәрҙең телде өйрәнергә, тарихты, мәҙәниәт­те белергә ынтылыуы ҡыуан­дыра.

* * *

Һөйләшеү барышында баш­ҡорт телен үҫтереүгә, халыҡты туплауға йүнәлтелгән байтаҡ тәҡдим әйтелде. Уларҙы дөйөм­ләштереп, Башҡор­тос­танда 2018 йылда үтәсәк Фольклориада көндәренең төп документтарын әҙерләгәндә резо­люцияға инде­рергә кәрәк тигән фекер яңғы­раны.
– Ҡала балаларына туған телде һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа ҡы­йынлыҡтар бар икәнен онот­майыҡ. Рухи ҡиммәтебеҙҙең яҙмышы ғаиләләге мөхиттән, балалар баҡсаһынан, мәктәптән һәм һәр беребеҙҙән тора. Тел аралашыу сараһы ғына түгел, ул беҙҙең кем, ниндәй халыҡ икәнлегебеҙҙе лә күрһәтеп тора. “Түңәрәк өҫтәл”дә күтәрелгән мәсьәләне көн үҙәгендә тотайыҡ, маҡсатҡа ярашлы эҙмә-эҙлекле эш алып барайыҡ, – тине Фәнил Тимерйән улы.



Вернуться назад