Фермерға нимә ҡамасаулай?12.07.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итте. Ике сәғәт барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм район кешеһе мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеү һөҙөмтәләре нигеҙендә министрлыҡтар һәм ойошмаларға тейешле күрһәтмәләр бирелде.

Стәрлебаш районы үҙәгенән Владимир Ғәлиев ауыл халҡын сифатлы һыу менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны. Уның әйтеүенсә, 2014 йылда бында Күндерәк һыу алғысы төҙөлгән, ләкин селтәрҙең ныҡ туҙған булыуы арҡаһында ул эшләмәй. Һыу селтәрендәге авария йылына бер нисә тапҡыр булып тора.
Әлеге мәлдә һыу селтәрен яңыртыу, өҫтәп торбалар һуҙыу буйынса әүҙем эш бара. Финанслау күләме 12,7 миллион һум тәшкил иткән. Төҙөлөш 1 586 йортто, коррекцион мәктәпте, өс балалар баҡсаһын һәм өс мәктәпте, район дауаханаһын, янғын һүндереү депоһын сифатлы һыу менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуя.
Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Владимир Нагорныйға һәм Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровҡа мәсьәләне өйрәнергә, финанслау күләмен һәм һыу селтәрен яңыртыу ваҡытын билдәләргә ҡушты.

***
Салауат ҡалаһынан Мария Дорофеева шифаханаларға һәм реабилитация үҙәктәренә сирле балаларҙы оҙатып барған өлкәндәрҙән аҡса түләтеүҙең дөрөҫ түгеллеген белдерҙе. Мәҫәлән, ата-әсәләрҙең береһенең инвалид балаһы менән Күмертауҙағы реабилитация үҙәгендә булыуы 11 мең һум самаһына төшә.
Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм вице-премьер Салауат Сәғитов был мәсьәләне хәл итеү варианттарын эҙләйәсәк.
– Беҙ бюджетта ата-әсәләрҙең шундай урындарҙа булыуын түләрлек аҡса табырға тырышырбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Уның ҡаҙна өсөн күпмегә төшөүен ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә 15-20 миллион һум булһа, хәлебеҙҙән киләсәк.

***
Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылында йәшәгән Зөлфиә Зарипова Рөстәм Зәки улына йәш фермерҙар алдында торған проблемалар тураһында һөйләне. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң улар ире менән тыуған ауылына ҡайтып, крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырған, бының өсөн иҫке малсылыҡ ҡураларын, һыйыр малы һатып алғандар һәм һөт етештереүгә керешкәндәр.
Әммә яҡындағы һөт комбинаттары һөттө килеп алмай, шуға үҙ машиналарын файҙаланырға мәжбүрҙәр. Башҡортостан етәксеһе йәш аграрийҙарҙың дәүләттән һәм райондан ниндәй ярҙам алыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Мөрәжәғәт итеүсе әйтеүенсә, фермерҙар өсөн грантты улар ала алмаған, дәүләт программаларында ҡатнашыу теләген дә кире ҡаҡҡандар, сөнки документтарға һорауҙар күп булған. Район 50 гектар ерҙе эшкәртергә тәҡдим иткән, ләкин йәш ғаиләнең бының өсөн техникаһы юҡ.
– Халыҡ менән осрашырға, аңлатырға, өйрәтергә кәрәк, – тине республика етәксеһе район хакимиәте башлығы менән телефон аша һөйләшкәндә. – Кешелә теләк бар, ләкин белем етмәй, нисек ресурстар йәлеп итергә йәки кредит алырға икәнен төшөнмәйҙәр. Тәүге мәлдә ҡулдарынан етәкләп йөрөтөргә кәрәк, башҡаса килеп сыҡмаясаҡ.

***
Өфөнән Әлфиә Сәфәрғәлиева “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсы йомғаҡтарының объектив булыуына шик белдереп килгән. Уның һөйләүенә ҡарағанда, Петропавловка урамындағы 51-се йортта йәшәүселәр 2014 йылғы конкурста ҡатнашырға булған, ләкин ихатала балалар майҙансығы юҡлығы ярыш шарттарына тура килмәй. Былтыр иһә улар үҙ иҫәбенә заманса балалар майҙансығы төҙөп ҡуйған һәм тағы конкурста ҡатнашҡан. Әммә 100 мөмкинлектән 60 ҡына балл йыйғандар. Конкурста еңеүселәрҙең ҡаҙаныштарын иғтибар менән өйрәнгәс, инициатив төркөм “был сарала дөрөҫ баһа бирмәгәндәр” тигән һығымта яһай.
– Әйҙәгеҙ былай итәйек: киләһе йылда жюри составына үҙем инәм, килеп ҡарайым. Әммә мин ни өсөн насар йорттарҙың өлгөлө булып китеүен тикшерермен.

***
Күмертау ҡалаһы вәкиле Юрий Коробейников республика Башлығына ҡыйыҡлы боҙ майҙансығын төҙөп бөтөүҙе тиҙләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ошондай объект спортты үҫтерергә һәм үҫеп килгән быуындың да, ололарҙың да һаулығын нығытырға мөмкинлек бирә, тип иҫәпләй ул.
Комплексты 2015 йылда ҡора башлағандар. Ләкин эш темпы аҡрынайған, был иһә объекттың “һаҡаллы төҙөлөш”кә әйләнеү хәүефен тыуҙыра. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, комплекстың хаҡы 315 миллион һум тора. Эште тамамлау һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн 150 миллион һум самаһы кәрәк.
– Төҙөлөштө башлағанбыҙ икән, тамам­ларға ла тейешбеҙ. Күмертау өсөн был комплекс бик кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад