“Нисә һыйыр һауаһың әле?”28.06.2016
Элегерәк ауылда байтаҡтан күрешмәгән әшнәләрҙең бер-береһенә шулай тип һорау биреүе ғәҙәти хәл була торғайны. Хәҙер килеп, был һорауҙы дәүләт үҙе бирә – Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу үтәсәк. Уның ҡасан уҙасағы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде – 1 июлдән алып 15 авгусҡа саҡлы барасаҡ.

Әле уға әҙерлектең ҡыҙған сағы. Ике меңдән ашыу инструктор теркәлгән исемлек әҙер. Улар сентябргә хәтлем эшләйәсәк, биналар сара үткәреүгә тулыһынса яраҡлаштырыла. Был бүлмәләр иҫәп алырға өйрәтеү талаптарына яуап бирергә, һаҡ аҫтында булырға тейеш.
Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбе өсөн 1 миллион 200 мең объект бар. Сараның шарттарына ҡарағанда, иҫәпсене йортҡа саҡырмаҫҡа һәм ихаталағы малды, баҡсаны һәм башҡаларҙы күрһәтмәҫкә лә мөмкин: барлыҡ мәғлүмәт хужаның һүҙҙәренә ҡарап яҙыла.
– Ауыл хужалығы иҫәбен алыу фәҡәт предприятие етәксеһенең, фермерҙың, крәҫтиән йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусының аң кимәленә таянып үткәрелә, – ти Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт статистика комитетының ауыл хужалығы һәм тирә-яҡ мөхит статистикаһы бүлеге етәксеһе Нурия Хафизова. – Бер кем дә мал һарайына инеп һыйырҙарҙы һанарға, йәшелсә түтәлдәренең майҙанын үлсәп йөрөргә йыйынмай. Ауыл кешеһенә бында ҡурҡырға бер сәбәп тә юҡ, ул тик дәүләткә дөйөм мәғлүмәт тупларға ғына ярҙам итә. Ә уны быға ышандырыу иҫәпсенең оҫталығына ҡайтып ҡала.
Төпкөлдә һәм транспорт менән барыу ҡыйын булған төбәктәрҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу сентябрь – ноябрь айҙарында уҙғарыла. Белгестәр әйтеүенсә, ундай ауылдарҙан алынған мәғлүмәт дөйөм күренешкә һиҙелерлек йоғонто яһай алмаясаҡ. Бынан алдағы ауыл хужалығы иҫәбе 2006 йылда ойошторолғайны. Уның мәғлүмәттәренә таянып, дәүләт аграр өлкәгә ярҙам күрһәтеү планына төҙәтмәләр индерә ала.


Вернуться назад