Ерекмәһәң, ерһеҙ ҡалырһың28.06.2016
Күптән түгел Рәсәй Дәүләт Думаһы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер тейешенсә файҙаланылмаған осраҡта уны хужаһынан тартып алыу тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Баҙарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тултырыу көнүҙәк мәсьәлә булып торғанда, ер буйынса ҡануниәт тә үҙгәрештәр кисерә.
Яңы проектта тәүҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер майҙаны маҡсатҡа ярашлы файҙаланылмаһа, уны кире тартып алыу өсөн биш йыл көтөргә кәрәк булыуы тураһында яҙылғайны. Шунан һуң уны өс йылға ҡалдырҙылар. Күпмелер фекер алышҡандан һуң был ваҡытты ике йылға саҡлы кәметтеләр. Тимәк, талап арта бара. Киренән алынған ер майҙаны, Рәсәй парламенты спикеры Сергей Нарышкин иҫкәртеүенсә, асыҡ сауҙалашыу ысулы нигеҙендә генә һатыла аласаҡ. Уның баҙар йәки кадастр хаҡын суд билдәләй. Бер юлы был сауҙалашыуҙа ҡатнашыу хоҡуғы булмаған кешеләрҙең исемлеге лә киңәйтелә.
Былтыр декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошо мәсьәләгә айырым туҡталып киткәс, эш тиҙләтелде һәм ерҙе файҙаланыу буйынса ҡануниәт талаптары ла арта төштө.
– Беҙ нисәмә йыл инде бер үк нәмәне һөйләйбеҙ, ә йөк һаман да урынында... – тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне ил етәксеһе. – Намыҫһыҙ хужаларҙан ауыл хужалығы ерен тартып алырға һәм уны эшкәртергә теләгән, хәленән килгән кешеләргә аукционда һатырға тәҡдим итәм. Юғиһә Рәсәйҙә миллиондарса гектар баҫыу буш ята, ә хужалары ҡыбырларға ашыҡмай.
Президент быйылғы 1 июнгә тиклем Дәүләт Думаһына тейешле ҡануни тәҡдимдәр әҙерләргә һәм көҙгә закон ҡабул итергә күрһәтмә бирҙе.
Беҙҙең республикала был өлкәләге хоҡуҡи акттар күптән эшләп килә. “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закон 2004 йылда уҡ ҡабул ителгәйне, шунан алып заман ҡушҡан үҙгәрештәр уға индерелә килә. Быйылғы 1 ғинуарға ҡарата ойошмалар һәм айырым кешеләр ҡарамағында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 7 миллион 758 мең гектар ер майҙаны теркәлгән. Барлыҡ биләмәләрҙең 49,9 процентын һөрөнтө ер алып тора, ә яртыһынан ашыуын бесән сабыу һәм мал көтөү өсөн файҙаланалар.
Былтыр ауыл хужалығы маҡсатында ҡулланылған ер майҙаны 0,2 процентҡа кәмене. Сәбәбе – элек ауыл хужалығы маҡсаты өсөн бирелгән ерҙе башҡа йүнәлештәрҙә файҙаланыуға күсереү.
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы беҙҙең республикала 2015 йылда ерҙе файҙаланыу торошо тураһында әҙерләгән докладтан күренеүенсә, ошо идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре 17 меңдән ашыу тикшереү үткәргән, улар ер тураһындағы ҡануниәткә ҡағылышлы 128 законды үҙ эсенә ала. Шуның 10 меңдән ашыу тикшереүе пландан тыш уҙғарылған, йәғни төрлө ойошмаларҙан (нигеҙҙә – урындағы үҙидара органдарынан) йәки айырым кешеләрҙән килгән ялыуҙар буйынса.
Был сара барышында закон боҙоуҙың 10 193 осрағы теркәлгән. Административ яуаплылыҡҡа тарттырылыусылар һаны – 780 ойошма һәм эшҡыуар, 3 445 айырым хужа. Һөҙөмтәлә уларҙан 30 миллион һумға яҡын штраф түләтелгән! Был аҡсаның 10 миллион һумдан ашыуырағы ер эшкәрткәндә белепме, белмәйме законды боҙған айырым крәҫтиәндәргә тура килә.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: былтыр республикабыҙҙа ер тураһындағы ҡануниәтте боҙоу осраҡтары 2014 йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа кәмегән, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кешеләр һаны 35 процентҡа аҙайған. Тимәк, бер яҡтан, ауыл кешеләре һәм ҡала баҡсасылары араһында хоҡуҡи мәҙәниәт кимәле яҡшыра бара, икенсенән, күҙәтеүсе дәүләт органдары ла контролде көсәйтә.
Ер буйынса закондарҙы боҙоуҙың иң йыш осраған төрҙәре – һөрөнтө майҙанды йәки сабынлыҡты үҙ белдегең менән биләү, ҡуртымға алып файҙаланғанда тейешле документтар юллап алмау, биләмәләрҙе башҡа хужаларға файҙаланырға биреү.
– Ә ер майҙанын хужаларынан юридик нигеҙҙә тартып алыу осраҡтары беҙҙең республикала әлегә булғаны юҡ, – ти ошо йүнәлештәге федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ер төҙөлөшө һәм мониторинг бүлеге етәксеһе урынбаҫары Илфат Рәхмәтуллин. – Бик сетерекле мәсьәлә бит ул, сөнки кешенең үҙ ер биләмәһен файҙаланамы, әллә буш ятҡырамы икәнлеген, нисә йыл уның ҡараусыһыҙ ятыуын урындағы хакимиәт күҙәтеп барырға тейеш, ләкин ундай ғәмәл әле беҙҙә тормошҡа ашырылмай. Район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының бындай мөмкинлеге лә юҡ. Көҙ, Федераль закон ҡабул ителгәс тә, тейешле хоҡуҡи шарттар тыуыр тип көтәбеҙ.