Сибайҙар өшөмәйәсәк28.06.2016
Сибай ҡалаһында ҡеүәтле ике яңы ҡаҙанлыҡ файҙаланыуға тапшырылды. Объект Рудник биҫтәһендәге ике ҡатлы йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән. Биҫтә халҡы ҡаҙанлыҡтың файҙаһын күрә башлаған да инде — әле үк эҫе һыу системаһы эшкә көйләнгән. Ә йылы иһә йорттарға һыуыҡтар төшөү менән индереләсәк.

Әйткәндәй, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына 2014 йылда уҡ йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү өлкәһендәге инвестиция программаларын раҫлау вәкәләттәре йөкмәтелгәйне. Ресурстар менән тәьмин итеү ойошмаға системаларҙы төҙөү, реконструкциялау сараларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген дә бирә. Бындай программаның төп бурысы — ҡулланыусыларға коммуналь хеҙмәттәрҙе ышаныслы һәм сифатлы күрһәтеү.


Вернуться назад