Ҡыйғыла — яңы хакимиәт башлығы28.06.2016
Ҡыйғы район Советы Шамил Мөхәмәтдиновты контракт буйынса хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләне.

Шамил Радил улы Мөхәмәтдинов 1967 йылдың 17 майында Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1991 йылда Бөрө ра­йонында баш агроном булып башлай. Төрлө йылдарҙа Благовещен ҡалаһы һәм районының ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатында баш белгес, сектор мөдире, финанс, хужалыҡ, аграр һәм экологик ҡануниәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара. 2011 – 2014 йылдарҙа республика Башлығы Хакимиәтендәге Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының кадрҙар менән тәьмин итеү бүлеге мөдире була. 2014 йылдан республика Башлығының Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығына етәкселек итә.


Вернуться назад