Күмертауҙар ҡытайҙарҙы көтә28.06.2016
Күмертауҙа “Ка-226” һәм “Ка-32” вертолеттарын етештереү өсөн
заявка йыялар.


Белгестәр билдәләүенсә, 2017-2018 йылдар әҙер продукция етештереүҙе арттырыу йәһәтенән авиация заводын үҫтереүҙә һынылышлы буласаҡ. Эшҡыуарҙарҙың һәм предприятиеларҙың экспортҡа эшләүе, продукцияға илдә генә түгел, бөтә донъяла ихтыяж булыуы ҡала халҡы өсөн бик мөһим. Әлеге көндә ҡалала сит илдән, атап әйткәндә, Ҡытайҙан партнерҙар эҙләү йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Хатта Интернеттағы инвестиция паспорты ҡытай теленә тәржемә ителгән, ҡала етәкселәре лә үҙҙәренә ҡытайса яҙылған визит карточкалары әҙерләгән.


Вернуться назад