Фәнде нисек дөрөҫ ойошторорға?28.06.2016
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владислав Панченко менән осрашты. Осрашыу
барышында яҡтар фәндең һәм етештереүҙең үҙ-ара эш итеү, ғилми кадрҙар әҙерләү, республикала инновация технологияларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Владислав Панченко Өфөлә ”Төбәк һәм йәштәр конкурстарын үткәреү мәсьәлә­ләрендә Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды һәм ил субъекттарының үҙ-ара эш итеү системаһын камиллаштырыу” Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты.
– Тәүге тапҡыр ошондай конференция үткәрәбеҙ. 60-ҡа яҡын төбәк вәкиле килгән. Беҙ бында төбәктәрҙә фәнде нисек дөрөҫ ойоштороуҙы тикшереү өсөн йыйылдыҡ, – тип һөйләне Владислав Панченко. — Күп кенә субъекттарҙа айырым ҡаҙаныштар, эштәр, ҡайһы бер тикшеренеү үҙәктәренең төшөнә лә инмәгән ҡулайламалар бар. Илдә юғары кимәлдәге тикшеренеүҙәрҙең бер төрлө булыуы халыҡты яҡшы эш менән тәьмин итә һәм һәләтле йәштәрҙең ошонда ҡалыуына булышлыҡ күрһәтә алыр ине.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, әле республиканың Фәндәр академияһында үҙгәртеп ҡороу бара. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге лә үҙгәрештәр юлында. Башҡортостанда инновация технологияларын эшләү һәм уларҙы яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларында ҡулланыу өсөн нефть полигонын булдырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Әммә ҙур компаниялар ғына полигон булдырыу менән бер ҙә ҡыҙыҡһынмай.
– Чебоксарҙа Хәүефһеҙлек советының күсмә ултырышында мәғлүмәт хә­үефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде. Беҙ Рәсәй сертификация үҙәген асырға, программалаштырыу фабрикаһын төҙөргә тәҡдим иттек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Илебеҙгә бик күп программалар кәрәк. Ғәҙәттә уларҙы төрлөсә яҙалар, бында иһә бөтәһе лә тәртиптә булыр ине.


Вернуться назад