Ата-бабалар алдындағы изге бурыс28.06.2016
Ата-бабалар алдындағы изге бурысБөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ яҙмышында күп яҡлы яҡтыртылған тарих. Әммә үткәндәрҙе иҫләмәй тороп, был тарихтың да ҡәҙере булмаҫ ине. Хәтер үткәндәрҙе лә, бөгөнгөнө лә мәңгелек итә. Хәйер, ҡасандыр яу яландарында башын һалған һалдаттарыбыҙға, Еңеү алып ҡайтҡан ветерандарыбыҙға, көндө төнгә ялғап тир түккән тыл эшсәндәренә хәтерҙән башҡа бер ни кәрәкмәй ҙә. Улар беҙҙең иҫтәлектәребеҙҙә йәшәй.
Ошо көндәрҙә Йәрмәкәй районы халҡы ла ана шул хәтерҙе мәңгелек итеүгә өлгәште — район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышының тыл геройҙарына һәм һуғыш балаларына һәйкәл асылды.


Байрам тантанаһында район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби ветеран, отставкалағы полковник Кашшаф Сәмиғуллин, тыл хеҙмәтсәне, Йәрмәкәй районының почетлы гражданы Мөҙәрис Кәлимуллин да ҡатнашты.
Илшат Әмир улы тәү сиратта башланғысты күтәреп алған һәм төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индергән район халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Һәйкәл — беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ алдындағы изге аманатыбыҙ. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ. Был дәһшәтле һуғыштың батырҙарын иҫләйбеҙ икән, тимәк, хәтер ҙә йәшәйәсәк, — тине ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл ветерандар сафы һирәгәйә. Әйтәйек, бөгөн Йәрмәкәй районында 15 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй, яҡынса 600 тыл хеҙмәтсәне иҫәпләнә. Уларҙың күптәре, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Кашшаф Сәмиғуллин — ана шундай ветерандарыбыҙҙың береһе. 93 йәшлек ағай бөгөнгө көндә Өфөлә көн итә. Әлеге һәйкәлде төҙөүгә ярҙам йөҙөнән 55 мең һум аҡса күсергән.
— Бөйөк Еңеү нәфрәт, ҡан, үлем, фажиғә һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек аша яуланды. Беҙ еңдек. Йәрмәкәй районы фронтовиктарының һәм тыл хеҙмәтсәндәренең миҫалы, уларҙың ҡаһарманлығы — рухи берҙәмлектең ҡаҙанышы, — тине Кашшаф Әһлетдин улы.
Был көндә Йәрмәкәй ауылының Еңеү паркы тағы бер экспонат менән байытылды — постаментҡа “ГАЗ-69А” маркалы еңел машина ҡуйылды. 1952 йылғы “тимер ат”ты асыҡ һауалағы музейға Йәрмәкәй ауылында йәшәгән Вәсим Сәйәховтың ғаиләһе тапшырған.


Вернуться назад