Өс ай ваҡыт ҡалды28.06.2016
Өс ай ваҡыт ҡалдыБашҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙар июнь аҙағына тиклем тәғәйенләнергә тейеш. Бөгөнгә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡайһы бер муниципаль советтарҙа был процедура тамамланған да инде. Шулай ҙа төп тәғәйенләүҙәр 29-30 июндә уҙа. Был турала “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса кампанияға старт бирҙе. Бер нисә көндән Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ла республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Башҡа йылдарҙан айырмалы Дәүләт Думаһына сираттағы һайлау ҡатнаш система буйынса үтәсәк. Нисегерәк була тиһегеҙме? Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы 450 депутаттан тора. Быйылдан был состав сәйәси партиялар исемлеге буйынса, шулай уҡ бер мандатлы округ буйынса һайлау һөҙөмтәһендә туплана. Йәғни 2016 йылдың 18 сентябрендә халыҡ ике бюллетень буйынса тауыш бирәсәк: партия исемлеге өсөн һәм бер мандатлы округтағы айырым кандидат өсөн. Рәсәйҙә бындай система 1993— 2003 йылдарҙа эшләп килгәйне, әммә 2007 һәм 2011 йылдарҙа Дума партия исемлеге буйынса ғына тупланды. Бынан тыш, партияларға һынауҙы үтеү өсөн тауыштарҙың ете процентын алыу шарт ине. Был юлы иһә һайлауҙарға нисә кеше килһә лә, ул үткән тип һаналасаҡ, бер ниндәй ҙә сик юҡ. Әммә шуны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай — һайлаусыларҙың күбеһе “барыһына ла ҡаршы” тауыш бирә икән, сараны ҡабаттан үткәрергә тура киләсәк.
Дәүләт Думаһына һайлау менән бер рәттән республикала һигеҙ ҡала округы Советына (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө), Межгорье ҡалаһы ҡала округынан тыш, бөтә ҡала округтарына, 54 муниципаль район һәм 10 ҡала биләмәһе Советына (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл), Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат райондарындағы 41 ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайланасаҡ.
2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар башланған да инде.
— Әлеге ваҡытта Башҡор­тостандан Дәүләт Думаһында партия исемлектәре буйынса һайланған 16 депутат эшләй. Уларҙың 12-һе — “Берҙәм Рәсәй”ҙән, икәүһе Коммунистар партияһынан. ЛДПР һәм “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәләренән — берәр депутат. Киләһе саҡырылышта Дәүләт Думаһында республиканан нисә депутат эшләйәсәге һайлаусыларҙың партия исемлектәре өсөн нисек тауыш биреүенә бәйле, — тине Хәйҙәр Вәлиев.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе билдәләүенсә, бөгөн Рәсәйҙә 74 партия һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы. Шуларҙың 14-е парламент ташламаһына эйә, һәм улар ҡултамға йыймайынса ла ҡатнаша ала. Ҡалғандарына иһә сәйәси алышта үҙҙәрен һынап ҡарар өсөн кәмендә 200 мең һайлаусының имзаһын йыйырға кәрәк.
Әлеге көндә ҡағыҙ эштәре менән бер рәттән ойоштороу мәсьәләләре лә хәл ителә. Атап әйткәндә, тауыш биреү участкаларын бина менән тәьмин итеү, уларҙың территорияһын төҙөкләндереү, һайлау участкаларында сауҙа ойоштороу, өҙлөкһөҙ электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм башҡа бурыстар иғтибар үҙәгендә.
— Барлыҡ округтарҙа ла һайлау комиссияһы ағзалары ҡатнашлығында кәңәшмәләр үтте. Көн тәртибенә һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү, халыҡҡа тейешле мәғлүмәтте ваҡытында еткереү, партия вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙ­мәттәшлек итеү кеүек мәсьәләләр сығарылды. Бурысыбыҙ бер: һайлауҙарҙы иң юғары кимәлдә ойоштороу. Бының өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалып эшләргә әҙербеҙ, — тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.


Вернуться назад