Уңған да, һылыу ҙа Нәркәс27.06.2016
Уңған да, һылыу ҙа Нәркәс Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хеҙмәткәре Нәркәс Мөхәмәтова “Мисс офис-2016” бәйгеһенең Өфөлә үткән турында
еңеү яуланы. Артабан һылыуҡай Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашып, төп бүләк –
бер миллион һум өсөн көрәшәсәк.

“Мисс офис” етенсе тапҡыр үткәрелә, быйыл тәүгә Өфөлә лә һайлап алыу ойошторолдо. Унда төрлө һөнәр эйәһе булған 16 ҡыҙ ҡатнашты.
Нәркәс Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. 2013 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, министрлыҡта хеҙмәт юлын башлай.
– Еңеүем минең өсөн оло шатлыҡ булды! Етәкселе­гебеҙ, хеҙмәттәштәрем һәм тотош министрлыҡ өсөн яуаплылыҡ тотоп сығыш яһаным. Бәйгелә туғандарым, коллегаларым минең өсөн дәррәү “ауырыны”. Тыуған республикам данын Рәсәй кимәлендә лайыҡлы яҡлар өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын, – тип тәьҫорат­тары менән уртаҡ­лаша Нәркәс.



Вернуться назад