Ауыл хужалығында бер генә тармаҡты алып барып булмай. Игенселек менән малсылыҡ шул тиклем тығыҙ бәйләнгән, уларҙы һис айырыу, ҡайһыһыналыр өҫтөнлөк биреү мөмкин түгел. Бигерәк тә ҙур хужалыҡтарҙа.
“Авангард” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шундайҙарҙан иҫәпләнеп, ике өлкәлә лә табышлы эшләгәндәрҙән һанала. Барлығы 5 800 гектарға яҡын һөрөнтө ерҙә үҙҙәре өсөн кәрәкле бөтә культураларҙы ла үҫтерәләр. Мал аҙығы өсөн күп йыллыҡ костер, люцерна һымаҡ үләндәргә өҫтөнлөк бирелә. Быйыл 400 гектар майҙандағы кукуруз силосҡа һалынасаҡ. Тәүге тапҡыр 200 гектарҙа орлоҡҡа сәселгән. Уныһы фуражға, ҡатнаш аҙыҡҡа өҫтәмә итеп ҡушыласаҡ. Ҡатнаш аҙыҡ тигәндән, хужалыҡта уны үҙҙәре әҙерләй.
Беҙ барғанда, яңы иген киптергес төҙөлөп бөтөп бара ине. Ырымбур өлкәһенән “Бөгөрсән” компанияһы сафҡа индереп, урындағы белгестәрҙе өйрәтеп китәсәк. Төҙөлөшкә ҡағылғас, шуны ла әйтеү мөһим: уҙған йылдарҙа хужалыҡтың дүрт һөтсөлөк фермаһында ла яңы йәйге лагерь ҡоролоп, заманса һауыу аппараттары менән йыһазландырылған. Быйыл төп биналарҙа реконструкция эше тамамланасаҡ.
Уҫлыбаш фермаһы малдары сәхрәгә таралғайны. Көтөүсе Александр Фроловтың ярҙамсылары – ике эте хужаларының ым-ишараһын күптән аңлап бөткән. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, йәштәр араһында малсылыҡҡа эшкә килеүсе хәҙер һирәк. Уйҙарҙы һиҙгәндәй, һүҙгә йомарт Александр былай тип йылмайҙы:
– Ярты эште эттәр башҡара бит. Шунан һуң, аҡсаһын түләйҙәр, йылы аш бешерелә, ике көнгә бер тәбиғәттә йөрөп ҡайтыу үҙе ни тора! Төҙөлөш менән булабыҙ, кәләш менән ҡыҙ үҫтерәбеҙ…
Хужалыҡ 2010 йылда ҡайтанан ойошторолһа ла, бында дөйөм мөлкәтте таратып әрәм-шәрәм итмәгәндәр, һаҡлап алып ҡалғандар. Шуға 180-гә яҡын кешегә эш тә, аш та бар тигәндәй. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарын алып барырға ла булышлыҡ итеп торалар.
Малсылыҡҡа килгәндә, һыйыр малы ике меңдән ашыу, шуларҙың 550-һе һауыла. Һауынсыларҙан Татьяна Новикова, Надежда Данилова, Наталья Новикова, Татьяна Степановалар быйылғы биш ай эсендә генә 20-шәр мең килограмдан ашыу һөт һауған. Рәмил Хәсәнов етәкләгән ферма район буйынса алдынғыларҙан һанала.
– Беҙҙең төп байлыҡ – кешеләр, – ти йәмғиәт директоры. – Малсылар, механизаторҙар араһында йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы.
Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән: ауылдарҙың киләсәге лә, хужалыҡтың ныҡлығы ла…