Алтын көҙҙөң сағыу япраҡтары27.06.2016
Алтын көҙҙөң сағыу япраҡтары
Бүләк иткән беҙгә аҫыл ирҙе.
Илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеп,
Данға күмһен өсөн илебеҙҙе.
Халҡым өсөн булды ул аҡһаҡал,
Һәр һүҙе гәүһәргә торорлоҡ.
Төркиәт күгендә – яҡты йондоҙ,
Телебеҙ фәнендә – ғорурлыҡ.
Яҡташтары өсөн – ил ағаһы,
Ҡор башы ул ”Оло Эйек”тә.
Туғандары өсөн – нәҫел ҡото,
Таяныс һәм ныҡлы терәк тә.
Шәкерттәре өсөн – бөйөк остаз,
Фән иленә юлдар ярыусы.
Уның мәктәбендә үҫеп сыҡты
Күпме тел белгесе, яҙыусы!
Атай өлгөһөндә гөрләп тора
Ғаиләһе – белем усағы.
Ул ултыртҡан изге орлоҡтарҙың
Уңыш бирер әле барсаһы!