Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы27.06.2016
БДУ-лағы башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире профессор Жәлил Кейекбаев Марат Зәйнуллинды һәм мине бер үк ваҡытта эшкә алды. Икебеҙ ҙә фән кандидаты түгел әле, ә уҡытырға кәрәк. Доцент, профессорҙар менән бергә эшләп йөрөү бик ҡыйын. Күгәрсендәр араһына килеп эләккән сәпсектәрҙәй тоябыҙ үҙебеҙҙе. Беҙ – филологтар (телсе, әҙәбиәтсе). Ошо ауырлыҡ та ҡурҡыта.

“Телгә булған мөхәббәт гөлләмәң әҙәбиәт эстетикаһы менән сәскә атырға тейеш. Әҙәбиәтте һөйһәң, телде лә иркәләй бел”. Остаз Жәлил Кейекбаев шулай ти бит. Ул – телсе. “Туғандар һәм таныштар” тигән роман да яҙҙы. Әҙәби әҫәрҙәрҙең сәнғәтсә эшләнеше тураһында ла етди фекерҙәр әйтте, уны беҙҙән дә талап итте.
Тотондоҡ эшкә. Күңел дәрте, йөрәк дарманы менән. Әйткәндәй, бал ҡорт­тарына хас тырышлыҡ, Лал Бахадур Шастри эшмәкәрлеге, Әйүп пәйғәмбәр сабырлығы ярҙам иткәндер беҙгә – кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлап, профессор булдыҡ бер ваҡыт. Марат Вәли улы менән дуҫлыҡ илаһилығым ауыр хеҙмәт шәүкәтлелеге нигеҙендә нығыны. Бай, матур, гүзәл, нәфис тәбиғәтле башҡорт далаһылай киң күңелле, асыҡ йөҙлө, кешелекле остазыбыҙ профессор һәм яҙыусы Ж. Кейекбаевҡа ифрат рәхмәтлебеҙ!
Прометей ныҡлығы бар ине Марат Зәйнуллиндың йөрәк көҙгөһөндә. Бер үк ваҡытта кафедра мөдире, факультет деканы (башҡорт, татар, урыҫ бүлектәре), докторлыҡ һәм кандидатлык диссертациялары яҡлау советы рәйесе дилбе­гәләрен дә ныҡ тотто бит ул. Һуңғыһы Мәскәү ғәли йәнәптәре (Юғары аттестация комиссияһы) ғиззәтлелегендә ойошторолдо. Рәсәй филологтары докторлыҡты, кандидатлыҡты яҡланы. Бының өсөн күп милләттәр телен, уларҙың әҙәбиәтен дә, әйткәндәй, биш бармағың кеүек белергә кәрәк ине. Кафедра мөдире, декан булып эшләүҙә генә түгел, был ауыр хеҙмәттә лә үҙенең ысын баһадир икәнлеген күрһәтте ғалимыбыҙ. Рәсәй Федерация­һында иң ғәҙел, намыҫлы, тәғлимәтле яҡлау советы беҙҙә икәнлеген күрһәтә белдек. Марат Вәли улының етәкселек таланты бөтә илдә ҡанат ҡаҡты. БДУ-ның күренекле фән кәштәһенә күтәрелеүе шуның менән дә бәйле.
“Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы”, тинем мин был күренеште. Вуз уҡытыусыһының аң-аҡылы яҡшы, эстәлекле, фәнни яҡтан тотанаҡлы лекция уҡыу менән дә бәйле. Фәнни тәрәнлекте аңлау еңел түгел. Ғәрәп ғалимы Әл-Ғөмәри (XIV быуат) фәндә ул тиклем аңламаҫлыҡ буталсыҡтар булмауы, уны наҙан ғалимдар ауырлаштырыуы тураһында әйткәйне. Ауырлыҡты асыҡлау өсөн ваҡыт-ваҡыт күп телдәр хазинаһына мөрәжәғәт итеү ҙә мотлаҡ. “Грамматика – телдең атаһы, этимология – телдең әсәһе”, тигәйне телсе һәм әҙәбиәтсе Ҡәйүм Насыри. Телдең атаһы булған грамматика фәне буйынса уҡыны лекцияларын Марат ғәли йәнәптәре.
Бер ваҡыт уның лекцияһына инеү форсаты тейҙе. Исем ҡылымдың лексик, морфологик, синтаксик үҙенсәлеген ул урыҫ, инглиз, татар, үзбәк, ҡырғыҙ, уйғыр телдәре менән сағыштырып аңлатты. Шуның менән башҡорт теленең оҙайлы, бай тарихлы, киләсәге ҙур, өмөтлө икәнлеген асыҡланы. Уҡытыусының аң-аҡыл илаһилығы был. Грамматик кате­горияларҙы аңлатыу өсөн тәҡдим иткән һөйләмдәрендә һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо ла бар ине. Уларҙың һәр береһендә тел тәрбиәһе, хеҙмәт тәрбиәһе, эстетик тәрбиә, педагогик тәрбиә шәһәҙәтләнә. Шәһәҙәтлелектә – хис-тойғо рухы үҙе бер гөлләмә.
Филология факультетында асыҡ дәрес­тәр үткәреү ғәҙәткә керҙе. Марат Вәли улы өлгө-үрнәк лекцияны башта үҙе үткәреп күрһәтә. Фәндәге аң, уҡытыу­сылары аҡыл, тәрән белем, күңел хисе, йөрәк тойғоһо, баллы тел ярҙам итә уға лекция уҡыу өсөн. Башҡаларҙың дәресендә үҙе лә йыш була. Яҡшы лекция уҡыу – студент аңына хәйер­хаҡ биреү. Йөҙ һәйбәт лекция уҡып, береһе генә яман булһа ла, осорға торған ҡоштоң ҡанаты ҡайырылғандай, уҡытыусы­ның рух ныҡлығы ҡаҡшай. Студент – уҫал халыҡ.
Фән менән ныҡ шөғөлләнде Марат Вәли улы. Остазы профессор Ж. Кейек­баевҡа оҡшап, әҙәби әҫәрҙәрҙең тел-стиль үҙенсә­леген тикшереү менән дә шөғөлләнде ул. Шулай икәнлекте М. Кәрим поэзияһындағы эстетик серлелекте асыҡлап яҙған хеҙмәте лә аңлатып тора. Грамматикала – аң-аҡыл. Стилистикала – хис-тойғо. Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы туғанлаша бында. Белинский әйткәнсә, стилистика – телдең иң юғары шүрлеге. Ҡәләмдәшем, фекерҙәшем, арҡа­ҙашым Марат Зәйнуллиндың ғүмере шул шүрлеккә менеп барғанда өҙөлдө.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһының эш ғәмәле өс алтын һүҙ менән шәфәғәтләнә: фән, лекция, кешелеклелек. Фән тура­һында әйтелде инде. Әл-Ғөмәри фекере А. Герцен аңы менән дә нығытыла. “Трудных наук нет, есть только трудные изложения”, – ти ул. Халыҡтың эстетик зауығы һаман үҫә, фекер йөрөтөү офоҡтары киңәйә бара. Академик М. Зәйнуллиндың ғилми хеҙмәттәре вузға ла, мәктәпкә лә, халыҡҡа ла аң-аҡыл бүләк итә. “Бикәр эш битһеҙ була” тигәндәй, әллә ниндәй ҡатмарлы, аңлайышһыҙ, буталсыҡ ҡағиҙәләр төҙөү өсөн ваҡыт әрәм итмәне Марат Вәли улы. “Һүҙ – сәскә, мәҡәл – букет”, ти азербайжан халҡы. Лекция уҡығанда һәр һүҙҙе сәскә итә белә ине Марат Вәли улы. Шуларҙан фекер гөлләмәһе туҡыла. Университет ректоры Ш. Чанбарисов бер йыйылышта Марат Зәйнуллиндың лекцияһы барлыҡ вуз уҡытыусылары өсөн өлгө-үрнәк булып тороуы хаҡында әйткәйне.
Кешелеклелек мәсьәләһе Баш-Ата Әҙәм, Баш-Ана Һауа заманынан бирле килә. “Величайшая твердость и есть величайшее милосердие”, – ти Г. Лонгфелло. Марат Вәли улындағы аҡыл тәрәнлеге кешеләрҙәге хис-тойғо рухы менән дә бәйле ине. Кешелеклелек сифаты йәмәғәт эше башҡарғанда ла күркәмләнә. “Искренность отношений, правда в общении – вот дружба”, – ти А. Су­воров. Был сифаттар ҙа бар ине академик Зәйнуллинда. Бер һөйләшкәндә һанап китһәк, ун төрлө йәмәғәт эше башҡара икән ул. Һанап ҡараһаҡ, минеке лә унау икән. Япон халҡы әйтмешләй: “Атты юл һынай, кеше холҡон ваҡыт һынай”.
Ваҡыт бик уҫал. Кешене ауырлыҡ михнәте менән иҙергә ярата. Еңдең – арт яғыңа тибә. Еңде Марат Вәли улы Зәй­нуллин. 80 йәшен гөрләтеп үткәрҙек. Йәнә эшләйәсәген әйтте. Фән менән шөғөлләнеү тойғоһо, уңған саптарҙай, һаман ярһый икән әле. Был – академиктың халыҡ, ил, Ватан өсөн йәшәү илаһилығы. Бер һүҙ менән генә әйтһәк – кешелеклелек! Ҙур бәхетте ауыр хеҙмәттән таба белде ул. Әйткәнем фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килеп, урыны ожмахта булһын!


Вернуться назад