Аҡыллылар, дәртлеләр…30.06.2015
“iВолга-2015” форумында Башҡортостан йәштәренең инновациялы проекттары гранттар менән билдәләнде. Сара 17 – 27 июндә Һамар өлкәһендә үтте.

Быйыл йыйында Башҡортостандан 110 кеше ҡатнашты. “Инновациялар һәм техник ижад” федераль сменаһында Гөлнара Ғайсинаның проекты иң яҡшыларҙың береһе тип танылып, 150 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнде. Гөлнара патент алырға һәм ғилми тикше­ренеүҙәрҙе дауам итергә, инвесторҙар эҙләргә ниәтләй.
“Аҡыллы баш” конкурсының финалында Айҙар Хәйруллин (һүрәттә) еңеү яуланы. Уның проекты 400 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Телефонға көс биреүсе поход генераторы рәүешендәге ҡулайламаға утын яғалар. Уны бөтөн электрон ҡулай­ламалар өсөн файҙаланырға мөмкин.
“Мәҙәни бум” сменаһында Инна Швецованың эше III урынды алды. Насар күргән һәм һуҡыр 5-12 йәшлек балалар өсөн спектаклдәр ҡуйыуҙы маҡсат иткән проект та грант иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.
Александр Юдин иһә уңышы өсөн Байконурға юлланасаҡ. Ул республи­калағы ветерандар һәм фронтовиктар тураһында китап сығарырға, фильм төшөрөргә ниәтләй. Уның Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоуға ҡаршы йүнәлтелгән проекты батырҙар хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Әле ул Октябрьский ҡалаһында тормошҡа ашырылды. Эш төбәктәге башҡа ҡалаларҙа ла дауам итәсәк.
Республика делегацияһының тағы ла бер ағзаһы Эльвина Мәжитова “Ростелеком” компанияһы ойошторған конкурста Iурынды яуланы. Уға iPad тапшырылды. Юлия Нәбиуллинаның халыҡ-ара этник, экзотик һәм халыҡ бейеүҙәре фестиваленә арналған проекты “Тамашасы һөйөүе” призына лайыҡ булып, туристик сәфәр менән бүләкләнде.
Форумда Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙары ГТО нормаларын да тапшырҙы. Команда футбол турнирында беренселекте алды.



Вернуться назад