Аҡса бар. Йөкләмәләр үтәлә30.06.2015
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең блогында
2014 йылға республика бюджетының үтәлешенә аңлатма бирҙе.
Парламент Рәйесе әйтеүенсә, 21,2 миллиард һумға артҡан ҡаҙна дефициты күләме күп һорау тыуҙыра. Башта был һан 15 миллиард һум күләмендә билдәләнгәйне.
“Былтыр республика бюджеты тураһындағы закон биш тапҡыр тикшерелде. Килем өлөшө артыуының дөйөм күләме 5,6 миллиард һум тәшкил иткән. Был һан килем, шулай уҡ сығым өлөшөндә лә сағылдырылған, йәғни дефицит артмаған. Тағы ла 6,2 миллиард һумды элгәре йылдан ҡалған аҡса, акциялар һатыуҙан керем, бюджет кредиты тәшкил иткән. Был аҡса баштан уҡ иҫәпкә алынмаған. Ҡануниәткә ярашлы, ул ҡаҙна килеменә индерелмәй, ә дефицитты ҡаплау сығанағы ғына булып тора. Шуға күрә ҡаҙна сығымы һәм уның дефициты 6,2 миллиард һумға арттырылған. Ҡатмарлы йыл булһа ла, республика үҙ иңенә алған барлыҡ йөкләмәләрҙе (тәү сиратта социаль өлкәләгеләрҙе) үтәү генә түгел, бюджетты 12 миллиард һум самаһына арттырыуға өлгәшә алды. Был байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирҙе”, — тигән Константин Толкачев үҙенең блогында.