Бар көстө – экстремизмға ҡаршы30.06.2015
Ошо көндәрҙә Салауат районының Малаяҙ ауылында экстремизмға ҡаршы иҫкәртеү кәңәшмәһе үтте. Унда республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Советы рәйесе Вячеслав Пятков, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Артур хәҙрәт Сөләймәнов, Рус православие сиркәүенең Нефтекама һәм Бөрө епискобы Амвросий һәм башҡалар ҡатнашты.

Экстремизм, тыйылған дини ойошмалар идеологияһы йәмғиәткә етди хәүеф менән янай. Был ағымдың маҡсаты – тыныслыҡты, берҙәмлекте боҙоу, йәштәрҙе аҙҙырыу. Кәңәшмәлә ошо яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшеүгә барлыҡ көстө йүнәлтеү бурысы ҡуйылды. Быға дәүләт власы һәм хоҡуҡ һаҡлау, көс структуралары менән берлектә традицион дини ойошмалар ҙа ҡушылырға тейеш. Күп милләтле республикабыҙҙа конфессия-ара мөнәсәбәт ыңғай баһалана, әммә радикализм, экстремизм күренештәре әленән-әле килеп сығып тора.
Башҡортостан Прокуратураһы вәкиле Нәркис Алмаҡаев белдереүенсә, быйыл республикала хәүефһеҙлеккә бәйле закон боҙоуҙың ике меңдән ашыу осрағы асыҡланған, һөҙөмтәлә 300-ҙән ашыу кеше административ һәм дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Федераль именлек хеҙмәте идаралығы тарафынан былтыр Сүриә биләмәһендәге законһыҙ ҡораллы ойошма составында ҡатнашҡан 12 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Халыҡ-ара эҙләүҙә – 20-нән 30 йәшкә тиклемге йәш-елкенсәк. “Хизбут әл-Таһрир”, “Имарат Кавказ”, “Орда” тигән экстремистик ойошмалар беҙҙең төбәктәргә лә үтеп ингән. Яҡташтарыбыҙ араһында ла Сүриәләге һуғышта ҡатнашыусылар бар икән.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Советы рәйесе урынбаҫары Азат Фәттәхов мәсет, сиркәү кеүек ғибәҙәтханаларҙы төҙөүгә бәйле ҡайһы бер ҡағиҙәләр тураһында һөйләне. Шулай уҡ, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Уставындағы үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер урындағы имам-хатиптарҙы баш мөфтөй үҙ бойороғо менән генә тәғәйенләй ала. Был иһә мәсеттәргә осраҡлы һәм аҫтыртын әҙәмдәрҙең килеп инеүен сикләй.
– Беҙ экстремизмға, радикализмға, террорсылыҡҡа юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Бының өсөн барыбыҙға ла көстө бергә туплау мөһим. Диндарҙарға, уҡытыусыларға, урындағы үҙидара органдарына ла был йәһәттән ныҡлап эшләргә тура килер. Бигерәк тә йәштәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмай, уларға дөрөҫ юл күрһәтеү зарур, – тине кәңәшмә һуңында Вячеслав Пятков.


Вернуться назад