Вәкәләттәр бүлеп бирелде30.06.2015
Кисә Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында Рөстәм Хәмитов Премьер-министрҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары вазифаһын бөтөрөү һәм уның бурыстарын бүтән вице-премьерҙарға бүлеп биреү хаҡында хәбәр итте. 26 июндә республика етәксеһе ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны.
Документҡа ярашлы, иҡтисад өлкәһендәге дәүләт идараһы мәсьәләләре, иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, инвестициялар күләмен арттырыу буйынса саралар, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, “Бер тәҙрә” алымы менән дәүләт хеҙмәттәрен этаплап күрһәтеүҙе ойоштороу һәм ҡайһы бер башҡа бурыстар республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәновҡа йөкмәтелде. Йәштәр, физик культура һәм спорт, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү, мобилизация әҙерлеген ойоштороу мәсьәләләрен Марат Мәһәҙиев көйләйәсәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, туризмды үҫтереү өлкәһендәге бурыстар Дмитрий Шароновҡа тапшырылды.
Премьер-министрҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары вазифаһынан бушатылған Евгений Маврин — республика Башлығы ярҙамсыһы, ә ошоғаса Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Григорий Букреев төбәк Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара бәйләнеш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.