Заманса вокзал ҡаршылаясаҡ30.06.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” тимер юл станцияһындағы вокзалдың ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуға әҙерлеген тикшерҙе.
Төбәк етәксеһе вокзалдың тәүге ҡатын­да, беренсе пассажирҙар платформа­һында һәм йәйәүлеләр тоннелендә башҡарылған эш менән танышты. “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы — Тимер юл вокзалдары дирекцияһы начальнигы Виталий Вотолевский пассажир­ҙарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн 88 күҙәтеү камераһы ҡуйылыуы хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, саммиттар барышында ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн кәрәкле объекттарҙың барыһы ла әҙер.
Перронды ҡарағанда Рөстәм Хәмитов реконструкцияланмаған платформалар­ҙың заманса вокзал комплексына тап килмәүен билдәләне. Тимер юл вокзал­дарының Куйбышев төбәк дирекцияһы начальнигы Андрей Комаровский әйтеүенсә, был участкалағы эште киләһе йыл ғына тамамлау күҙаллана.
Вокзалдан һуң Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Үрге сауҙа майҙа­нын­дағы реконструкция барышын тикшерҙе.


Вернуться назад