Байҙарға ярай...18.07.2014
Гәзитебеҙҙең 3 июнь һанында Илнур Усмановтың “Байҙарҙың нәфсеһен кем тыйыр?” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда Өфө ҡалаһының Октябрь райо­нына ҡараған Нуғай ауылындағы быуа буйында ҙур йорттар ҡалҡыуы тураһында һүҙ барғайны.

Бер хужа йортон быуаның эсенә ярымутрау өйөп төҙөһә, икенсеһе ихатаһын ҙурайтыр өсөн ярҙы нығытып, халыҡҡа үтеү юлын ябып ҡуйған. Тәнҡит мәҡәләһе Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәтенә ебәрелде. Ошо көндәрҙә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғафаровтан яуап алдыҡ.
“Мәҡәләне Ер ресурстары идаралығының муниципаль ер контроле бүлеге белгесе менән урынға сығып, хәлде тикшерҙек. Парк урамындағы дөйөм майҙаны 3100 квадрат метр тәшкил иткән ер участкаһында шәхси йорт төҙөлә. Уның тирә-яғы кәртәләп алынмаған, ер участкаһына милек хоҡуғы теркәлгән.
Ә 373 һәм 269 квадрат метр тәшкил иткән эргәләш участкалар ҡуртымға алынған. Ҡуртым килешеүе буйынса улар баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн генә ҡулланыла ала. Был ер участкаларында төҙөлөш бармай. Ер ҡануниәтен боҙоу осраҡтары асыҡланманы”, – тиелә яуапта.
Аптырашта ҡалдыҡ: төҙөлөш бара, хан һарайындай йорттар ҡалҡып сыҡҡан, ә ҡануниәт боҙоу осрағы теркәлмәгән! Ялланып эшләгән мигранттар, баҡса үҫтергән мәлдә, “яңылыш” ҡомдан йорт ҡалҡытҡандыр..

Вернуться назад