Ә Морат кеүектәр бармы хәҙер?17.05.2014
Совет осоро. Фәхретдиновтарҙың ихатаһы кеше менән тулған. Илашалар-көлөшәләр, гармунға тыпырлаталар. Йорт хужалары төпсөктәрен әрмегә оҙата бит, барса туған-дуҫ, күрше-күлән йыйылған. Тик, әрмегә алынасағы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп алыуға ҡарамаҫтан, ил һаҡсыһы ғына бойоҡ. Юҡ, күңеле тыуған яғын ике йылға ҡалдырасағына һыҡтамай уның – ебеп төшә торғандарҙан түгел Морат! Бына яңы ғына йүнәтеп сыҡҡан тракторында хәҙер кем эшләйәсәк – шул борсой. Нисек кенә булмаһын, бер йыл эсендә был техника менән айырылмаҫ дуҫҡа әйләнделәр ҙә ҡуйҙылар. Фәриткә бирергә тейештәр, ти. Техниканы түгел, үҙен дә йүнләп ҡарай алмаған кешегә ҡәҙерлеһен тапшырғыһы килмәй ине Мораттың. Үҙе лә һиҙмәҫтән: “Эх!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе егет.

Бер дуҫымдың ошо хәтирәләре иҫкә төштө быйылғы яҙғы саҡырылыштағы ҡайһы бер үҙгәрештәр хаҡында уҡып ултырғанда. Тик заман башҡа — заң башҡа. Кеше малы ла (техника) ҡәҙерле түгел, илһөйәрлек тойғоһо ла самалы һымаҡ хәҙер. Шулай ҙа бөгөн әрмегә барырға тейешле егеттәр сәсеүҙә ҡатнаша икән, яҙғы саҡырылышҡа эләкмәй. Шул уҡ ваҡытта быйылдан алып ҡайһы бер сирҙәр буйынса “аҡ билет” алып булмай. Артабанғы юлдар ошо һәм башҡа үҙгәрештәр хаҡында.
“2014 йылда түләүле нигеҙҙә белем алған студенттарға уҡыуын тамамлағансы кисектереү бөтә икән”, — тигән имеш-мимеш ҡупҡайны үткән йыл аҙағында. Ләкин илгә һаҡсылар ғына түгел, аҡыллы егеттәр ҙә кәрәк (әрменән ҡайтҡас, уҡыуын дауам итәсәктәр тип кем ышандырыр): “бөтөрөлгән кисектереүҙәр” буш хәбәр булып сыҡты. Уның ҡарауы, Хәрби хеҙмәт хаҡындағы закон буйынса ҡайһы бер сирлеләр, атап әйткәндә, 2-се дәрәжәләге “яҫы табанлылар” һәм ҡайһы бер “ябыҡтар” элек “әрме бутҡаһы"н ашауҙан ҡотола алһа, быйыл шулай ҙа итек кейергә мәжбүрҙәр. Әйткәндәй, сикләүҙәрҙең әҙәйеүе бының менән генә тамамланмай әле – был хаҡта Интернет селтәренән белә алаһығыҙ.
Үҙгәрештәр кисектереүҙәргә генә түгел, саҡырыу эшенә лә ҡағылды. Әлбиттә, быйыл да саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә ҡәҙәр дауам итәсәк (әйткәндәй, хәрби комиссариаттар комиссия эшен, медицина тикшереүҙәрен ошо ваҡытта ғына алып бара ала). Хеҙмәт ваҡыты ла үҙгәрмәй ҡалды – бер йыл. Ҡайһы бер закон сығарыусылар буласаҡ һалдат саҡырылыш башланғас та ике аҙна эсендә саҡырыу ҡағыҙын хәрби комиссариаттан үҙе барып алырға тейеш тигән тәҡдим дә индерә. Шулай булырмы — билдәһеҙ әле.
Был аҙым, әлбиттә, хәрби хеҙмәттән баш тартҡандар артынан бер туҡтауһыҙ йүгереп йөрөмәҫ өсөн ваҡыт яғынан да, юридик яҡтан да ҡулайлы. Килде, ҡултамға ҡуйҙы, ҡайтып китте. Ләкин ошо урында һорау тыуа бит әле: үҙ теләге менән кем килеп алыр һуң саҡырыу ҡағыҙын – әлеге лә баяғы үҙ теләге менән әрмегә ашҡыныусылар ғына түгелме? Хатта, килмәгән осраҡта – ике йыл төрмә, тип ҡурҡытһалар ҙа.
Үҙгәрештәр бының менән генә тамамланмай әле. Быйылдан алып һәр һалдаттың электрон картаһы буласаҡ. Тимәк, һалдат хаҡында мәғлүмәтте табыуы еңелерәккә төшәсәк.
…Әйткәндәй, оҫта тракторсы Морат Фәхретдинов ике йыл танк йөрөттө. Маҡтау ҡағыҙҙары ата-әсәһенә яуып ҡына торҙо.



Вернуться назад