Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып19.04.2014
Урындағы үҙидара көнө Рәсәй Президенты ҡарары менән 2012 йылдың 10 июнендә булдырыла. Республикала быйыл икенсе тапҡыр билдәләнгән сарала ҡала, район, ауыл биләмәләре башлыҡтары, старосталар ҡатнашты.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йыйылыусыларҙы ҡотланы, Ҡырымдағы хәл-ваҡиғаларға туҡталды, ошо көндәрҙә делегацияның йәнә был төбәккә эшлекле сәфәргә йыйыныуы хаҡында һөйләне.
– Бында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн тырышып эшләгән кешеләр йыйылған. Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Рөстәм Зәки улы.
Артабан республика башлығы Башҡортостандың илдә алдынғы төбәктәр иҫәбендә булыуы, яңы предприятиелар төҙөлөүе, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәтенең арта барыуы хаҡында бәйән итте. Әлбиттә, бөтәһе лә ал да гөл түгел, Рөстәм Хәмитов был йүнәлештә етешһеҙлектәр барлығын да йәшермәне, өҫтәмә сығанаҡтар табырға саҡырҙы.
Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда 895 муниципаль берәмек, шул иҫәптән туғыҙ ҡала округы, 54 муниципаль район, 14 ҡала һәм 818 ауыл биләмәһе бар.


Вернуться назад