Инештәргә бай икән11.03.2014
Көйөргәҙе йылғаһы көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай аға. Ул Зәк-Ишмәт ауылы эргәһенән башлана ла Юшатыр йылғаһына барып ҡоя. Элек яҙ айырыуса ныҡ таша торғайны.

Ә инде атаманың барлыҡҡа килеүе тураһында яҙыусы-ғалим Рәшит Шәкүр Башҡортостандың гидронимияһында киң таралған, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо төрки теленең Орхон-Йәнәсәй яҙмаларынан килгән "уғуҙ-һыу" тигән һүҙ икәнлеген асыҡлаған. Үҙенең "Исемдәрҙә ил тарихы" (1993 йыл) китабында бына ни тип яҙа ғалим: "Ысынлап та, Көйөргәҙе — ғәжәп күркәм, матур яңғырашлы исем. Күмертау еренең үҙенсә бер топонимик символы. Башҡортса ла, урыҫса ла ниндәй яғымлы яңғырай ул! Ә хәҙер йылға исеменең мәғәнәһе тураһында. Көйөргәҙе — Оло Юшатырҙың уң ҡушылдығы. Карталарҙа (урыҫса) Кургаза формаһында яҙылыш та осрай. Ундай варианттың булыуы осраҡлы түгелдер, тип уйлайым. Исемдең хәҙерге формаһы, йәғни көйөргәҙе тигәне, урыҫ телендәге карталарға инеп ҡалған варианттарҙан сығып ҡарағанда, "ҡур" һәм "ғаҙы" һүҙҙәренән яһалған булырға тейеш, тип фараз итергә мөмкин. "Ҡур" — башҡорт телендә бик үҙенсәлекле һүҙҙәрҙең береһе. Уның телдә төп мәғәнәһе "закваска", "солод". Бал әсеткеһен дә ҡур тиҙәр. Беҙҙең географик терминологияла урыҫса "источник" мәғәнәһендә "ҡурғы" һүҙе лә киң ҡулланыла. Ҡурғылар шишмә йәки инеш һымаҡ ҡына булмай, улар инде һыу сығанаҡтарының ҡурлы урындары. Көйөргәҙе гидронимының тәүге компоненты, тимәк, "ҡур" һүҙе, ә икенсеһе боронғо башҡорт телендәге "йылға" мәғәнәһендәге "ғаҙы" (ғәҙе) булырға тейеш. Йылғаның сыҡҡан ере инештәргә бай булғандыр, күрәһең. Ә инде ҡур ғаҙы халыҡтың йәнле һөйләү телендә Көйөргәҙе формаһын алғандыр. Халыҡ батыры Кинйә Арыҫлановтың исемен һаҡлаған Кинйәабыҙ ауылы ла ошо уҡ ерҙә".
Исемдең әйтелеш йәки яҙылыш нормаһын элекке заманда билдәләү тәртибе булмаған. Шунлыҡтан, тимәк, Көйөргәҙе башҡорт теленә башта Ҡурғаҙы формаһында барып ингән, аҙаҡ үҙгәреп киткән.



Вернуться назад