Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тарафынан төҙөлгән эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы булды. Унда йәнә “Кроношпан” ағас эшкәртеү заводын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды.
Йәмәғәтселеккә “Волга буйы федераль округының техник үлсәүҙәр һәм лаборатор үҙәге” федераль бюджет учреждениеһының бойондороҡһоҙ экологик экспертизаһының һөҙөмтәләрен тәҡдим иттеләр. Белгестәр билдәләүенсә, “Кроношпан” хәүеф тыуҙырмай.
— Әле предприятие документтарына эксперт баһаһы бирелде. Белгестәр проект документацияһы бөтә талаптарға яуап бирә тигән уртаҡ фекергә килде, — тине үҙ сығышында ошо учреждениеның директоры Сергей Смирнов.
Белгестәр билдәләүенсә, “Кроношпан”дың ҡорамалдарын дөрөҫ хеҙмәтләндергәндә һәм файҙаланғанда һауаға, һыуға һәм тупраҡҡа кире йоғонтоһон күпкә кәметергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, йәмәғәтселекте ике лагерға бүлгән был мәсьәләгә нөктә ҡуйырға иртәрәк. “Кроношпан”дың киләсәген хәл итеүгә республиканың бөтә власть органдары, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты йәлеп ителгән. Эш төркөмө булдырылған, бойондороҡһоҙ экологик экспертиза үткәрелгән, проект документтарына тейешле тикшереү үткәреү өсөн санитария-эпидемиологик һығымта алынған. Артабанғы аҙым – проект документацияһына дәүләт экспертизаһы үткәреү. Закон буйынса уны 60 көндә башҡарырға тейештәр.
Дәүләт экспертизаһының талаптары ҙур. Инвестор билдәләүенсә, улар беренсе тапҡыр бындай ентекле тикшереүгә дусар булған. Әлеге документацияға 357 иҫкәрмә яһалған, уларҙың 140-ын хәл итәһе бар, ҡалған етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.
Эшсе төркөм етәксеһе Леонид Гильченко билдәләүенсә, бөтә һорауҙарға ла яуап биреләсәк. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса доклад Рәсәй Президенты Владимир Путинға ебәреләсәк. Шулай ҙа эш һөҙөмтәләре буйынса ҡарарҙы республика етәкселеге ҡабул итәсәк.
Ғөмүмән, эшсе төркөм проектты уңышлы тип баһалай, ә инвестициялар йәлеп итеү власть органдарының төп бурыстарының береһе тип билдәләй. Яңы эш урындары булдырыу төбәк өсөн бик тә мөһим.
Мартта дәүләт экспертизаһының йомғаҡтары әҙер буласаҡ. Ә апрелдә был мәсьәләгә нөктә ҡуйылыр, моғайын.